Баланы нисә йәштән мәктәпкә ебәрергә мөмкин?
Беренсе класҡа медицина буйынса тыйыуҙары булмаған кескәйҙәр генә бара ала. Һеҙ баланы саҡ ҡына иртәрәк йәки һуңыраҡ та ебәрә алаһығыҙ, әммә бының өсөн район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан рөхсәт кәрәк.
Нинләй мәктәпкә ҡарағанығыҙҙы нисек белергә?
Йортоғоҙҙан йыраҡ түгел бер нисә мәктәп булырға мөмкин. Һеҙ теләгәнегеҙҙе һайлай алаһығыҙ, әммә балағыҙҙы тәү сиратта йортоғоҙға беркетелгән мәктәпкә аласаҡтар. Ҡалғандарына – буш урын булған саҡта ғына. Федераль ҡануниәттә шулай билдәләнгән.
Прописка буйынса һәм төрлө ташламаға хоҡуҡлыларҙан ғаризалар ҡабул итеү 2021 йылдың 1 апреленән башлана, 2021 йылдың 30 июнендә тамамлана. Ҡалған ата-әсәләрҙән - 5 июлдән 5 сентябргә саҡлы.
Беренсе класҡа ҡабул ителгән балалар исемлеге түбәндәге принцип буйынса эшләнә: тәүҙә өҫтөнлөккә эйә булған балалар (был мәктәптә элегерәк уҡый башлағандарың туғандары), артабан – ташламаға хоҡуҡлылар, шунан һуң йәшәү урыны буйынса. Быға саҡлы һеҙҙе мәктәпкә тейешле документтар пакеты менән саҡырасаҡтар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә үҙе теләгән мәктәпкә эләгә алмаған осраҡтар ҙа була. Ундай саҡта ата-әсә үҙ муниципалитетының мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итә ала. Теләһә ниндәй осраҡта ла мәктәпкә төп нөсхәләге документтар менән шәхсән үҙегеҙгә килергә кәрәк.
Мәктәпкә барғанда кемдәр льготаларға эйә?
Интернет булған мәктәптәргә прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балалары сираттан тыш йүнәлтмә ала.
Әгәр ҙә мәктәптә буласаҡ беренсе класс уҡыусыһының ағаһы йәки апаһы уҡый икән, улар бында тәү сиратта алына.