Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
9 Март 2021, 17:02

Берҙәм дәүләт имтиханын быйыл нисек тапшырырҙар?

Яңылыҡтар менән республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин таныштырҙы.

– 2020 йылда Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары технологик проблемаларһыҙ үтте. Һөҙөмтәләр алдағы йыл менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды. Алты предмет - рус теле, физика, география, әҙәбиәт, инглиз теле һәм немец теле буйынса уртаса балдың артыуы күҙәтелде. Ә математика, география, информатика, физика, биология, химия, инглиз һәм немец телдәре буйынса уртаса балдар Рәсәйҙекенән юғарыраҡ ине, – тине Айбулат Хажин.
Былтыр БДИ-ны юғары һөҙөмтәләр менән тапшырыусыларҙың артыуы дистанцияла белем алыуҙың зыян килтермәүе тураһында һөйләй. 2020 йылда 100 балға тапшырыусылар һаны 127-гә етте (2019 йылда – 111).
Пандемия үҙгәрештәр индерһә лә, имтихандар ваҡытында барлыҡ талаптар теүәл үтәлгән, ойоштороусылар һәм уҡыусылар араһында коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары булмаған.
Быйылғы яңылыҡтарға килгәндә, 11-се класты тамамлағандар өсөн имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыу ғәмәлдән сығарылды. Берҙәм дәүләт имтихандары тик вуздарға уҡырға инергә теләгәндәр өсөн буласаҡ. Улар 31 майҙан 2 июлгә тиклемге ваҡыт арауығында ойоштороласаҡ. База кимәлендәге математиканан БДИ быйыл булмаясаҡ.
Юғары уҡыу йортона уҡырға барырға йыйынмаған мәктәпте тамамлаған уҡыусы дөйөм белем тураһындағы аттестат алған саҡта ике предмет буйынса ғына сығарылыш имтиханы тапшырасаҡ. Улар – математика менән рус теле.
Бынан тыш, йомғаҡлау иншаһы, изложение үткәреү ваҡыты 2 декабрҙән 15 апрелгә күсерелә. Өҫтәмә рәүештә тағы 2021 йылдың майында бер көн буласаҡ.
Быйылғы тағы бер яңылыҡ – информатиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған 11-се класс уҡыусыһы һынауҙы компьютерҙа үтәсәк. Быға тиклем был фән буйынса имтихан ҡағыҙҙа алына ине.
Фото: komentariy.net
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Ber-m-d-l-t-imtihanin-biyil-nisek-tapshirir-ar-707987/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: