Был көндө мәктәптәргә ата-әсәләр саҡырылды. Улар балаларҙы туҡландырыу процесы һәм меню менән танышты. Мәктәп ашханаһында уҡыусыларҙың нисек туҡланыуҙарын ҡарап, иртәнге һәм төшкө аштарҙы тәмләп ҡараны, әҙерләнгән ризыҡтың юғары сифатлы булыуын билдәләне һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Шулай уҡ улар ашнаҡсылар менән һөйләште, бешереү урындарын ҡараны. Беҙ бар процесты күҙәттек һәм эштең хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы ойошторолғанына шаһит булдыҡ. Һәр продукция өсөн һыуытҡыс бар, барлыҡ шарттар үтәлгән.
2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Лина Фәтхетдинова әҙерләнгән ризыҡтың күп төрлө, йәшелсә һәм емештәргә бай булыуы тураһында әйтте. Ата-әсәләр ризыҡтарҙың тәмле генә түгел, файҙалы, дөрөҫ бешерелеүе тураһында белде. Улар тәме буйынса аппетитты уятһа, кәрәкле ингредиенттар менән дөрөҫ бешерелеүе сәләмәтлеккә файҙалы булыуын аңланы. Килеүселәр туҡланыу тураһында анкета ла тултырҙы.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Әлфинә Дилмөхәмәтова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- 2-се һәм 7-се кластарҙа уҡыусы балаларыбыҙ мәктәптәге туҡланыуҙан ҡәнәғәт. Бына үҙебеҙ ҙә тәмләп ҡарағас белдек: бешерелгән ризыҡтар бик тәмле һәм сифатлы. Барлыҡ талаптарға ярашлы бешерелгән аштарҙың үҫеп килеүсе организм өсөн файҙалы ла икәнен аңланыҡ.
Лада Биктимерова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Ҡыҙым гимназияла 9-сы класта белем ала. Хәҙерге заман балалары ашауға бик нескәләр, һәр аҙыҡты яратып бармайҙар. Шулай ҙа, ҡыҙыма мәктәптәге туҡланыу бик оҡшай. Ҡайһы берәүҙәр кеүек ашаманым, тип ҡайтҡаны юҡ. Үҙем дә дөрөҫ туҡланыу яҡлымын. Бөгөн мин дә мәктәп уҡыусыларына бирелгән ҡарабойҙай бутҡаһын, тауыҡ кәтлитен, бешкән кишерҙән салатты ашап ҡараным. Бик оҡшаны.