Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
26 Февраль 2021, 11:49

Беренсе класҡа – яңы ҡағиҙәләр буйынса

Беҙ райондың мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Иҫәнбаева менән осрашып, 1-се класҡа балаларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләштек.

- Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы, ағымдағы йылда балалар 1-се класҡа яңы ҡағиҙәләр буйынса баралар, тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килде.
- 2021 йылда уҡыусыларҙы яҙ көнө үк йыя башлайбыҙ. Элек буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләренән ғаризалар ҡабул итеү 1 февралдән дә һуңға ҡалмайынса башланған булһа, быйыл ул 1 апрелдә генә старт аласаҡ. Өҫтәүенә, был мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәүсе ғаиләләргә һәм беренсе класҡа төшкәндә балалары өҫтөнлөккә эйә ғаиләләргә ҡа­ғы­ла. Был категория ата-әсәләрҙән ғари­залар ҡабул итеү 30 июндә тамамланасаҡ.
- Тағы ниндәй яңылыҡтар ҡабул ителде.
- Әгәр элегерәк документтар тапшыр­ғандан һуң баланы 7 көн эсендә ҡабул ит­һәләр, хәҙер яңы тәртип буйынса, дирек­тор ҡабул итеү тураһындағы күрһәтмә актын, барлыҡ ғаризалар ҡабул ителеп бөткәндән һуң – йәғни 30 июндән һуң, 3 эш көнө дауамында сығара.
Был мәктәптә беркетелгән биләмәлә йәшәүсе һәм өҫтөнлөк менән файҙа­ла­ныусы ғаиләләргә генә ҡағыла. Өҫтөнлөк тип әйтеүем, ул баланың ағаһы һәм апаһы ошо мәктәптә уҡый икән, 1-се класс уҡыусыһы ла шунда тәү сиратта ҡабул ителә.
Бала беркетелгән мәктәп биләмә­һендә йәшәмәһә, буласаҡ 1-се класс уҡыусыларына документтарҙы 6 июлдән бирергә кәрәк буласаҡ. Урын ҡалған булһа, баланы мәктәпкә аласаҡтар. Буш урындар тулғансы, ләкин 5 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса баланы ҡабул итеп буласаҡ. Был урындар булма­ған осраҡта, баш тартырға мөмкиндәр. Бындай осраҡта мәғариф бүлеге баланы икенсе мәктәпкә урынлаштырырға ярҙам итәсәк.
- Бала ҡайһы мәктәпкә барыуын ҡайҙан белергә?
- Мәктәптәргә беркетелгән билә­мә­ләр тураһындағы мәғлүмәт 2021 йылдың 15 мартына тиклем мәғариф бүлегенең һәм дөйөм белем биреү учреж­дение­лары­ның рәсми сайттарында урынлашт­ы­ры­ласаҡ.
- Ғаризаны ҡайҙа һәм нисек бирергә?
- Ата-әсәләр документтарҙы шәхсән үҙҙәре, заказлы хат менән почта аша, мәктәптең электрон почтаһы йәки уның сайты аша, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр төбәк порталдарын файҙа­ланып ебәрә ала.
Беҙҙең районда буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының нәҡ төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм “Электрон комплектлау” аша яҙылыу яйға һалынған. Балағыҙҙы 1-се класҡа алыуҙарын һорап ғариза яҙыу өлгөһөн һеҙ мәктәп сайтында таба алаһығыҙ.
- Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?
- Мәктәпкә урынлашыу өсөн: баланың ата-әсәһенең йәки законлы вәкиленең шәхесен раҫлаусы докумен­тының күсер­мәһе; баланың тыуыу тура­һындағы таныҡ­лығы йәки туғанлығын раҫлаусы документ; баланы опекаға йәки попечителлеккә алыныуын раҫлаусы документтың күсермәһе; баланы йәшәү урыны буйынса йәки беркетелгән урын буйынса теркәлеү тураһында документ­тың күсермәһен йәки йәшәү урыны буйынса теркәлеүҙе рәсмиләштереү өсөн документтарҙы ҡабул итеү тураһындағы белешмәне (баланы уҡытыуға йәки беркетелгән биләмәлә уҡырға ҡабул ителгән осраҡта йәки башланғыс дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыуға өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғы ҡулланылған осраҡта); баланың ата-әсәһенең йәки законлы вәкиленең эш урынынан белешмә (уҡытыуға сираттан тыш йәки беренсе сиратта ҡабул итеү хоҡуғы булған осраҡта); психолог-медицина-педагогика комис­сияһы һөҙө­мтәһенең күсермәһе (булған осраҡта): төп дөйөм белем тураһында аттестат (әгәр 10-сы класҡа булһа) тапшырырға кәрәк буласаҡ.
- Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Светлана КАРПОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: