Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
29 Ғинуар 2021, 17:19

Башҡортостанда ни өсөн БДИ буйынса балдарҙың кәметелеүе һәм студенттарҙың уҡыуҙан ҡыуылыуы ихтимал

Башҡортостанда студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың өлгәшеү баһаһы үҙгәрә.

Тейешле закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ҡарауға индерелгән, тиҙҙән ҡабул ителергә тейеш, тип хәбәр итте урындағы киң мәғлүмәт саралары.
Документҡа ярашлы, мәктәп көндәлектәрендә һәм журналдарҙа йәнә «тырышлыҡ» графаһы барлыҡҡа килә, унда биш баллы шкала буйынса баһа ҡуйыла. Әгәр уҡыусы енәйәт йәки административ кодексты боҙған осраҡта, ошо графаға «1» баһаһы ҡуйыла, был иһә төп дәүләт имтиханын һәм берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда уҡыусының рейтингын төшөрә, тимәк, юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген кәметә.
Административ һәм енәйәт кодексын боҙған студенттарҙы, документ проектына ярашлы, насар тәртибе өсөн уҡыуҙан ҡыуыу планлаштырыла.
Мәҫәлән, рөхсәт ителмәгән митингҡа барған өсөн дә дәүләт имтихандарында (төп дәүләт имтиханы, берҙәм дәүләт имтиханы) түбән рейтинг һәм тырышлыҡ буйынса берле алырға йәки вуздан ҡыуылырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: