Ошоно күҙ уңында тотоп, Иҫке Бәпес урта мәктәбе тарафынан ойошторолған “Сәләмәтлек байрамы” уҡыусыларҙың ялын файҙалы үткәрергә булышлыҡ итте. “Етеҙҙәр”, “Ҡыйыуҙар”, “Өлгөрҙәр” һәм “Көслөләр” командалары төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең әүҙем һәм спорт менән дуҫ булыуҙарын күрһәтте. Саф һауа, ярыш рухы, ата-әсәләрҙең янып-көйөүе – былар барыһы ла сараны күңелле һәм мауыҡтырғыс итте.
Киләсәктә лә ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, тигән ниәттә таралышты ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар.
Илдар ХӘСӘНОВ, мәҙәни ойоштороусы.
Иҫке Бәпес ауылы.