Был көндө мәкеләргә, купелдәргә сумыу йолаһы үтәлә. Христиандар фекеренсә, был йола төрлө ауырыуҙан һәм сырхауҙан һауығыуҙа, күңел таҙарыуына булышлыҡ итә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Шуға күрә христиандар байрам көнөндә изге һыу әҙерләй. Крещениела алынған һыу айырым үҙенсәлектәргә эйә, тиҙәр. Ул тәме һәм төҫө буйынса йыл дауамында бер төрлө булып ҡала һәм хатта был һыу, башҡа көндәрҙә алынған һыуға ҡарағанда, боҙолмай. Был һыу предметтарҙы изгеләндереүҙә, психик ҡаҡшауҙан һәм физик хәлһеҙлектән һәм арыуҙарҙан арыныуҙа, дошмандан һәм ҡара көстәрҙән йортто һаҡлауҙа һәләтле, тип һанағандар.
Байрам көнөндә Олокүл ауылы янындағы “Һалҡын инеш”тә халыҡ ҡышҡы һыуҙа ҡойондо. Һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар, ашығыс ярҙам, полиция һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итте. Шулай уҡ һыуға ингәндә уңайлы булһын өсөн баҫҡыстар эшләнгән. Эҫе сәй эсеү ойошторолғайны.
Иисус Христос эҙенән барыусылар Ураҙа, Ҡорбан Ғәйеттәрен билдәләгән кеүек, был көндө Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) өммәтенән булған ҡайһы бер мосолмандар ҙа руханиҙар менән бергә ҡышҡы һыуҙа ҡойона. Был көндө һыуға сумған мосолман ҡәрҙәштәр дини тәғлимәттәр айырым булһа ла, маҡсаттарҙы уртаҡ, тип иҫәпләй. Шундайҙарҙың береһе - Прибельский ауылынан Линара Ғафарова.
- Инештәге һыу бик йылы тойолдо, өшөттөрмәне лә. Яр ситендә көс, өгөт биреп тороусы тамаша булғас, ҡурҡыныс булманы. Күптән быға ҡыҙыҡһыныуым бар ине. Ошондай мөмкинлек тыуғас та, һис икеләнмәйенсә үҙемә маҡсат ҡуйып, бөтә көсөмдө йыйып һыуыҡ һыуға төштөм. Был минең боҙло һыуға төшөүем тәүге тапҡыр булды. Киләсәктә йолаға индерергә ниәтләйем. Үҙемә бер йылға етерлек рухи күтәренкелек, көс-дәрт алдым. Ҡыш ул – сафлыҡ, паклык, таҙалыҡ донъяһы. Шуға күрә эҫе йәйҙәрҙә генә түгел, ҡыш көнө лә һыу инергә мөмкин,- ти Линара Салауат ҡыҙы.
Линара Ғафарова Прибельский мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы булып эшләй. Уның ғаиләһе сәләмәт тормош яҡлы. Йылдың һәр миҙгелен файҙалы, әүҙем һәм күңелле итеп үткәрергә тырышалар. Ҡыш көндәре ғаиләһе менән саңғыға баҫалар, бейек тауҙан тюбингта шыуалар, Ағиҙел буйына экскурсияға сығалар. Йәй көндәре йылға-күл буйында ял итергә яраталар, йәмле Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылалар.
- Һаулығыбыҙ сәләмәт тормош алып барыуыбыҙға бәйле. Сәләмәтлек өсөн шулай уҡ физик әүҙемлек, ыңғай тойғолар бик мөһим. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, саф һауала йөрөү, эштән һуң яҡшы ял күңел торошобоҙға ыңғай тәьҫир итә. Шуны онотмайыҡ,- ти Линара Ғафарова.
Эйе, хәҙерге заманда ығы-зығыларҙан арынып, тормоштан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәргә өйрәнергә кәрәк.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.