Балалар тәүҙә уҡытыусылары менән берлектә тырыша-тырыша үҙ ҡулдары менән костюмдар, декорациялар әҙерләне, ә бәйге барышында төрлө халыҡ әкиәттәрен ҙур оҫталыҡ менән үҙ телебеҙҙә һөйләне.
2-се һәм 4-се класс уҡыусылары - "Шалҡан", 1-се һәм 3-сө класс уҡыусылары "Тирмәкәй" әкиәтен бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәхнәләштерҙе. Еңеүселәр яңғыҙ һөйләүселәр араһында билдәләнде. Бына улар - Алтынай Аҙнабаева, Мәҙинә Ҡотлобаева һәм Алһыу Иҙрисова. Еңеүселәрҙән тыш төрлө номинацияларҙа ла алдынғылар билдәләнде. "Туған телгә һөйөү" тигәненә Лилиә Зәйнуллина, "Артислыҡ өсөн" номинацияһында Тимур Юламанов һәм Элина Мәһәҙиева, ә Алһыу Тайғынова һәм Камила Шәмиғолова "Үҙенсәлек өсөн" номинацияһында билдәләнделәр.
Әкиәт бәйгеһе балаларҙың туған телгә һөйөүен, ижади һәләтен һәм сәсәндәр мәктәбен үҫтереүгә ҙур өлөш индереп, оло байрамға әүерелде.
Миләүшә Ғәйфуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Малай ауылы.