Белеүебеҙсә, коронавирус пандемияһы сәбәпле уҡыусыларҙың көҙгө каникулы оҙайтылып, айырым кластар беренсе сиректән һуң дистанцияла уҡыуға күсерелгәйне. Был алым 7 декабрҙә бөтөрөлдө. Ҡышҡы каникулдан һуң да мәктәп уҡыусылары тулыһынса оффлайн алымда, йәғни мәктәпкә йөрөп белем аласаҡ тип күҙаллана.