Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
17 Декабрь 2020, 15:44

Яратҡан эшең булыу – үҙе бәхет

Мәктәпте тамамлағас, һәр кем алдында үҙ юлын һайлау бурысы тора. Эйе, донъяла ниндәй генә һөнәр юҡ. Иң мөһиме, үҙ юлыңды һайлағанда яңылышмаҫҡа, сөнки кешенең артабанғы йәшәү рәүеше, ҡыҙыҡһыныуҙары, бәхете, һаулығы, етеш тормошо уның дөрөҫ һөнәр һайлауынан тора. Һөнәр һайлап, кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй, тип бушҡа әйтмәйҙәр.

- Тик уҡытыусы ғына булам тигән хыялым мәктәп тупһаһы аша үткәндә үк күңелемдә бө­рөләнгәндер ул. Әлбиттә, уҡы­тыусы һөнәренең ҙур яуаплылыҡ һәм оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап та етмәй инем әле. Шулай ҙа мөләйем йөҙлө тәүге уҡы­тыусыма һоҡланып, ғорурланып ҡарап, уға оҡшарға тырыштым. Ул беҙҙең кескәй йөрәктәргә юл таба алыусы, донъяға йәм өҫтәүсе, сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе булды. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға, тигән һорау килеп тыуғас та һис шикһеҙ уҡытыусы буласаҡмын тигән ҡарарға килдем,- ти Иҫке Шәрәй мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлиә Ихсанова.
Юлиә Мөҙәрис ҡыҙы Баҡ­са­лы ауылында тыуып үҫкән. Гөл­сара Лоҡман ҡыҙы һәм Мөҙәрис Әйүп улы Алдаҡаевтарҙың ғаилә­һендә беренсе бала булып донъяға килә. Бәләкәстән Айҙар һәм Марсель исемле ҡусты­ларына оло терәк һәм таяныс була. Дүрт йыл Баҡсалы мәктә­бендә уҡып, Иҫке Шәрәй мәктә­бендә 11-се класты уңышлы тамамлағас, документтарын Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып барып тапшыра. Төрлө тарафтарҙан йыйылған студенттар менән бергә башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Бынан тыш, немец телен профиль булараҡ өйрәнә. Бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге ҙур булғас, ҡыҙға уҡыу еңел бирелә, ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. “Йәшлек” йәштәр үҙәгенә методист булып эшкә урынлаша. Бында ярты йыл тирәһе эшләй, артабан Һыуыҡ Шишмә мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусыһы булып бара. Унда өс йыл тирәһе эшләгәс, ҡыҫҡартылыуҙарға эләгә. Шул ауылда эшләп йөрөгәндә, яҙмышы уны буласаҡ тормош иптәше Линар Рәфис улы Ихсанов менән осраштыра. Ныҡлы, матур ғаилә ҡоралар. Мөхәббәт емештәре булып нәҫел ептәрен дауам итеүсе Азамат һәм Данир донъяға килә. Малайҙар әлегә балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Көндән-көн яңынан-яңы һөнәрҙәрен күрһәтеп, ата-әсәләрен ҡыуандыралар. Линар Рәфис улы - Иҫке Шәрәй ауылы егете, Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының ауыл хужа­лығы меха­низацияhы факуль­тетын тамам­лай. Бөгөн Нефтею­ганск ҡалаһының “Технология Сервис” йәмғиәтендә механик булып эшләй. Ихсановтар Иҫке Шәрәй ауылында ер биләмәһе алып, күркәм йорт төҙөйҙәр. Ә әлегә Баҡсалы ауылында йәшәйҙәр.Йәш ғаилә үҙ эшен асып та ҡарай. Иҫке Шәрәй ауылында ҡуртымға бина алып, магазин асалар. Тик уны һатырға тура килә. Ләкин ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған тырыш йәштәр үҙҙәрен икенсе шөғөлдә һынап ҡарайҙар. Улар магазинды һатҡан аҡсаға 40 баш үгеҙ һатып ала. Әлбиттә, эш башлап китеүе еңелдән булмай, әммә дәрт, теләк булғас, күп кенә ауырлыҡтарға ла түҙергә тура килә уларға. Хужалар икеһе лә йөрөп эшләгәс, малдарҙы бөтөрөргә ҡарар итәләр.
Юлиә Мөҙәрис ҡыҙы декрет ялынан һуң төп һөнәре буйынса эшкә сума. Шулай итеп, яҙмыш уны үҙе уҡып сыҡҡан тыуған мәктәбенә алып килә.
- Башҡорт теле дәрестәрендә рухлы, сәмле, халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр үҫте­реү юлындағы эшмәкәрлек алым­дарымды, идеяларымды ҡул­ланып эш итергә тырышам. Һөйләргә өйрәтеү, телмәр үҫ­тереү – минең төп маҡсатым, сөнки кешенең теле ни тиклем матур, бай булһа, күңеле лә шулай гүзәл тәрбиәләнә, фекере бай, зиһене тәрән, яҡты, аңлы була, - ти Юлиә Мөҙәрис ҡыҙы. – Һәр уҡыусым яҡшы билдәләргә генә өлгәшергә тырыша, телгә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Улар төрлө республика һәм район күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, сараларҙа ҡат­на­ша. 8-се класс уҡыусыһы Айнур Бәширов быйыл “Тере клас­сика” Бөтә Рәсәй йәш нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһенең район эта­бы еңеүсеһе булды. Эльвина Ғә­лиуллина “Башҡорт мозаи­каһы” Бөтә Рәсәй фестиваленең район этабында 1-се урын яуланы, Данил Рәжәпов рус теле буйынса Ю.А.Гагарин кубогына мәктәп уҡыусы­лары­ның респуб­лика конкурсы еңеүсеһе тип танылды.
Әйткәндәй, Юлиә Ихсанова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән генә түгел, рус теле һәм әҙәбиәтенән дә белем бирә.
- Ерҙә һәр кешенең яҡты эҙе, файҙалы эше ҡалырға тейеш. Яратҡан эшең булыу – ҙур бәхет,- ти Юлиә Мөҙәрис ҡыҙы. Был бәхет һеҙҙе ситләтеп үтмә­һен. Яуаплы хеҙмәтегеҙҙә түҙем­лек һәм үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡалыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: