Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
26 Ноябрь 2020, 15:29

Бала мәктәптә нимә ашай? Үҙебеҙгә һайларға мөмкин

Бөгөн күп ата-әсәләр мәктәп туҡланыуының сифаты менән риза түгел. Шуға күрә мәктәп менюһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашайыҡ!

“Башҡортостанда ата-әсәләрҙе мәктәп менюһын төҙөргә саҡыралар”, – тип хәбәр итә Башҡортостандың Сауҙа министрлығы. Социаль туҡланыу идараһы эш башлаған программа ата-әсәләргә ризыҡтарҙы һайлап, уларға тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙыра. Әлегә идара тарафынан балаларҙың туҡланыуына тура килгән 70 ризыҡ тәҡдим ителгән. Башҡортостандың дәүләт ҡаҙна идаралығының сайтында һәм Инстаграм селтәрендәге сәхифәһендә сыҡҡан ризыҡтар теҙмәһендә ит, балыҡ, йәшелсә, ярмалар һәм бутҡалар, салаттар бар. Сайтҡа үтеү өсөн һылтанма: http://usprb.ru/2020/11/24/школьное-питание/. Инстаграм социаль селтәрендәге сәхифә: @gku.usp_rb. Бөгөн күп ата-әсәләр мәктәп туҡланыуының сифаты менән риза түгел. Шуға күрә мәктәп менюһын төҙөүҙә үҙебеҙ ҙә әүҙем ҡатнашайыҡ! Фото: Инстаграм Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: