Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
17 Ноябрь 2020, 09:25

Ижадҡа тартылған егет

Хәҙерге йәштәр араһында талантлы, төрлө яҡлап үҫешкән, заманса ҡарашлы егет-ҡыҙҙар күп. Улар республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белем эстәйҙәр. Шундай егеттәрҙең береһе – Өфө дәүләт авиация техник университетының 3-сө курс студенты Тимур Әхмәтйәнов. Уның тураһында остаздары ҡыҙыҡһынып һөйләгәс, минең дә танышҡым һәм аралашҡым килде.

Тимур әҙәби әҫәрҙәрҙе тасуири уҡып, “Бәйләнештә” социаль селтәренә, Инс­таграмға ҡуя икән. Ҡыҙыҡһынып, иң тәүҙә унда инеп ҡараным. Һоҡла­ныуымдың сиге булманы! Артабан был егет менән һөйләшеү бәхете тейҙе, ул үҙе тураһында ихлас итеп һөйләне.
- Бала саҡта сәйәсмән булырмын тигәйнем, әммә ваҡыт үтеү менән хыялым үҙгәрҙе. Мәктәпте алтын миҙалға тамам­лап, маркетолог белгеслеге буйынса уҡыр­ға индем. Ошо һөнәр генә ҡыҙыҡ­һын­дыр­ҙы. Уҡыуымдан ҙур ҡәнәғәтлек алам. Мар­ке­тинг – минең өсөн иң ҡыҙыҡ­лы йүнәлеш­тәрҙең береһе. Ул ижади эшкә ҙур потенциал булып тора, - ти Тимур Әхмәтйәнов.
Шулай ҙа Тимур заманса, баҙар иҡ­тиса­дына тура килгән һөнәрҙе һайлау юлында булһа ла, әҙәбиәткә уның һөйөүе көслө. Был уҡыусы саҡтан килә. Ул байтаҡ йылдар инде классик әҙәбиәт әҫәрҙәрен тасуири уҡыу ме­нән шөғөлләнә. “С.М.Чугункин исе­мендәге мәктәптә уҡығанда мәктәп һәм районда уҙ­ғарылған сараларҙа, конкурстарҙа ҡат­наш­тым. Рус әҙәбиәтенән олимпиа­да­ларҙа, әҙә­би әҫәрҙәрҙе уҡыусылар кон­курстарында тәү­ге урындар яуланым. Шулай уҡ тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса кө­сөм­дө һынаным. Мә­ҫәлән, “Һин - эшҡыуар” бәйгеһендә лә призлы урын алыуға өл­гәш­тем. Уҡы­тыусыларым Зифа Тахият ҡыҙы һәм Ирина Әүхәт ҡыҙы, шулай уҡ мәғариф бүлегенән Әлфиә Вил ҡыҙына рәхмәтем ҙур. Минең тиҫтерҙәрем китап уҡыу менән бик ҡыҙыҡһынмағанын аңлап, шундай идея тыуҙы: күптәр ҡарай алған “Бәй­ләнештә” селтәрендә һәм Инстаграмда шиғырҙар уҡығанымды ҡуя башланым. Шәхси баш­ҡарыуымдағы аудио һәм виде­олар халыҡ хө­көмөнә тәҡ­дим ителә. Әле би­герәк дис­тан­цион уҡы­у­ҙар барышында та­лант­лы егеттәр менән бергә видеолар ҡуя­быҙ. Ғө­мүмән, үҙемдең төркөмөм өсөн кон­тент эшләйем һәм әҙәби берләшмәләр менән әүҙем хеҙ­мәт­тәшлек итәм. Буласаҡ һө­нәрем марке­то­лог булһа ла, ижадтан, әҙә­биәттән башҡа үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Китап уҡыу кешене үҫтерә”, - ти ул.
Ошондай шиғри һәм проза әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныусы йәштәр булғанда әҙәбиәт йәшәйәсәк. Уға ҡыҙыҡһыныу уятҡан, ижади әүҙемлектәрен үҫтерергә булыш­лыҡ иткән уҡытыусыларға афариндан башҡаны әйтеп булмай.
Алдынғы ҡарашлы, күп яҡлап үҫешкән яҡташыбыҙ Тимур Әхмәтйәнов күңеленә оҡшаған һөнәргә эйә булыу өсөн белем дә ала, шулай уҡ үҙен рухи яҡтан байытҡан шөғөл – әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән дә ихлас мауығырға өлгөрә. Уға ижади уңыштар һәм алдына алған маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: