Бөгөн, 9 ноябрҙә мәктәп уҡыусылары каникулдарҙан һуң уҡырға сығырға тейеш ине. Билдәле булыуынса, коронавирус инфекцияһы арҡаһында көҙгө каникулдар былай ҙа оҙайтылды. Хәҙер иһә инфекцияны таратмау маҡсатында ҡайһы бер кластар өсөн ваҡытлыса дистанциялы уҡыу режимы индерелде.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне. Әлегә тәүҙә ҡабул ителгән ҡарар ғәмәлдә ҡала: 1-5 класс һәм 11 класта белем алғандар мәктәптә уҡый, ә 6-10 кластар бөгөндән дистанцияла уҡыуға күсә. Ошондай тәртип кәмендә 22 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Бынан тыш аҙ комплектлы мәктәптәрҙә һәм алыҫ ауылдарҙа дистанциялы уҡыу техник яҡтан мөмкин булмаған мәктәптәрҙә белем алыу ғәҙәти режимда дауам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы өйҙәрендә уҡытыусы менән бәйләнешкә сығыр өсөн компьютерҙар һәм башҡа девайстары булмаған күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе планшеттар менән тәьмин итергә ҡушты. Был маҡсатта финанслау төбәк бюджетынан бүленәсәк.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, өҫтәмә белем биреү системаһы, шул иҫәптән түңәрәк һәм секциялар шулай уҡ ике аҙанаға дистанциялы режимға күсәсәк.
22 ноябрҙән һуң ағымдағы хәлдәргә ҡарап, артабан нисек уҡыу буйынса яңы ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Радий Хәбиров фекеренсә, индерелгән сикләү саралары коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тотороҡландырырға тейеш.