Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
5 Октябрь 2020, 15:41

Республикала уҡыусыларҙың көҙгө каникулын оҙайтыуҙары ихтимал

Башҡортостанда көҙгө каникулды бер нисә көнгә оҙайтыуҙары ихтимал. Был хаҡта республика Башлығы бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтте.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, каникул ваҡыты элеккесә ҡала, әммә уны 3-4 көнгә оҙайтыу хаҡында уйларға мөмкин.
«Балалар күберәк ял итә алһын, әйҙә, ошо турала уйлағыҙ», — тине республика Башлығы.
Ул шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәренә мәктәптәрҙәге хәлде һәм битлек режимын үтәүҙе өйрәнеү өсөн район-ҡалаларға сығырға ҡушты.
Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в