Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
1 Октябрь 2020, 00:35

Каникулдар ҡасан башланыр?

Мәскәүҙә мәктәп уҡыусылары алдарҡ ял итә башлай. Ә беҙҙә хәлдәр нисек тора?

Уҡыу йылы яңы ғына башланған кеүек булһа ла, бер сирек үтеп тә бара. Шуға бәйле үҙ сиратында көҙгө каникулдар ҙа етеп килә. Мәскәү мэры Сергей Собянин быйыл, коронавирустың, шулай уҡ ябай киҙеүҙең дә артыуы сәбәпле, ҡаланың барлыҡ мәктәп уҡыусыларын алдараҡ каникулға ебәрергә ҡарар иткән. Шулай итеп, Мәскәү мәктәптәрендә көҙгө каникулдар 5 октябрҙә үк башлана һәм ул ғәҙәттәгенән айырмалы ике аҙна дауам итәсәк.
“РБК -Уфа” порталы мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, беҙҙең республикала көҙгө каникулдарҙы күсермәйәсәктәр. Барлыҡ мәктәптәр ҙә һәр йылдағыса 10 көнлөк ялға 26 октябрҙән китәсәк. Уҡыу процесын уҡыусыларҙың 20 проценты мәктәпкә килмәгән осраҡта ғына туҡтатыу ҡаралған.
“Әле Республикала бөтә мәктәптәр ҙә штатлы режимда эшләй. Киҫкен респираторлы сирҙәр, грипп менән ауырыусылар эпидемиологик порогты үтмәгән. Сираттағы каникулдар 26 октябрҙә башланып, 10 көн тәшкил итәсәк”, - тип белдерәләр республиканың Мәғариф министрлығында.
Фото Олег Яровиков
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: