- Быйыл 1-се класҡа 5 кескәй дуҫыбыҙҙы
уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Бына улар - Элина
Мәһәҙиева, Мәликә Ҡотлобаева, Алһыу
Тайғынова, Илназ Сурағолов һәм Финат
Хәмитов беҙҙең буласак уҡыусыларыбыҙ.
Уларҙың һәр береһе талантлы, аҡыллы, үткер,
яғымлы, шаян һәм башҡорт рухлы замана
балалары, сөнки кескәй генә балалар үҙ
телдәрендә матур итеп аралашалар, шуныһы
ҡыуаныслы. Беренселәрҙе мәктәп тупһаһы аша
белем донъяһына класс етәкселәре Ләйсән
Өлфәт ҡыҙы Йәлилова етәкләп алып барасаҡ,-
ти мәктәп директоры Ғайса Йосоп улы
Ғәйфуллин.
- Ике йыл рәттән инде ауылдашыбыҙ
Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы Матвеева “Мәктәпкә
йыйынырға ярҙам ит” акцияһында әүҙем
ҡатнашып, буласаҡ беренселәргә портфель һәм
уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итә. Быйыл да
Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы уҡыусыларҙы
шатландырҙы. Изгелек ҡылһаң, үҙеңә кире
ҡайта. Изге күңелле ауылдашыбыҙға яратҡан
гәзитебеҙ аша мең рәхмәттәр әйтәбеҙ,- ти
Миләүшә Радик ҡыҙы Ғәйфуллина.
Малай дөйөм белем биреү мәктәбенең 1-9-
сы кластарында барлығы 34 бала уҡыясаҡ.
Белем биреү усағы яҡты, матур кластарҙа
уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.
Эйе, йәйге каникулдар күңелдәрҙә бай
хәтирәләр ҡалдырып үтеп тә китте, мәктәп
һеҙҙе бөгөн яңынан үҙ тупһаһына йыйҙы.
Мәктәп – татыу ғаилә ул. Барығыҙға ла ошо
ғаиләлә татыу йәшәргә, яңы дәрт һәм көс
менән белем алырға, ижади уңыштарға
ирешергә насип итһен. Ә инде уҡытыусыларҙы
яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрик итеп,
уларға түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар,
тәүфиҡлы һәм тырыш уҡыусылар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.