- Август – мәктәптәрҙең административ-педагогик коллективтары өсөн ҡыҙыу осор. 11 августан 14 авгусҡа тиклем районда дөйөм белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү комиссияһы эшләне. Ул 34 белем биреү ойошмаһын: 13 филиалы булған 18 мәктәпте, 4 мәктәпкәсә белем биреү төркөмөн, 6 филиалы менән 10 балалар баҡсаһын, 4 өҫтәмә белем биреү учреждениеһын тикшерҙе. Тикшереүҙәр барышында мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһы: туҡланыу блоктарындағы һәм медицина кабинеттарындағы техника ҡорамалдарының төҙөклөгө, уҡыу кабинеттарының, компьютер кластарының махсус йыһаздар менән йыһазландырылыуы, йылылыҡ системаларын әҙерләү, уҡыу һәм ярҙамсы биналарҙы, түбәләрҙе төҙөкләндереү тикшерелде. Янғын, терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар үткәреүгә етди иғтибар бирелде. Муниципаль комиссия йомғаҡлауы буйынса педагогик коллективтар балаларҙы барлыҡ санитар-эпидемиология талаптарын иҫәпкә алып, ҡабул итергә әҙер.
- Мәктәп тормошоноң эске тәртибе насар эпидемиологик хәл менән бәйле үҙгәрәсәкме?
- Яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе һаҡланған шарттарҙа уҡытыу барышы Роспотребнадзор сығарған тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Мәктәпкә ингән урында контактһыҙ термометрҙар ярҙамында уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да температураһы үлсәнәсәк. Дөйөм белем биреү ойошмаларының педагогтары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн маска режимын һаҡлау мотлаҡ. Балалар мәктәптә маскаһыҙ йөрөйәсәк, ләкин социаль дистанция тотоу мәжбүри буласаҡ. Дәрестәр 35 минут дауам итәсәк. Уҡыусылар ҡатнашлығында дөйөм мәктәп саралары үткәрелмәйәсәк, төрлө кластар өсөн дәрестәр башланыу һәм тамамланыуҙың “шыуыусы графигы” индереләсәк.