Нисәмә быуын уҡытыусыларҙың изге фиҙаҡәр хеҙмәте ошо мәктәп менән бәйләнгән. Бишауыл-Уңғар мәктәбенең данлы тарихи йылъяҙмаһы бөгөн дә ышаныслы ҡулдарҙа дауам итә. Ҡырыҫ заман елдәренең шауҡымы филиалға әйләндереп ҡуйыуына ҡарамаҫтан, мәктәп уҡытыусылары база мәктәптәренән һис кенә лә ҡалышмайынса белем һәм тәрбиә биреүҙә ең һыҙғанып эшләй. Уҡыусылар һаны ла тотороҡло һаҡлана (йыл һайын 100-гә яҡын). Төрлө фәндәр буйынса олимпиадалар, ғилми-ғәмәли конференциялар, спорт ярыштары булһынмы, уҡыусыларыбыҙ һис кенә лә һынатмай. Был хаҡта бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Белем һәм тәрбиә биреүҙә заман менән бергә атлап, уҡытыуҙың төрлө яңы алымдарын тиҙ арала үҙләштереп, шуларҙы үҙ эшендә ҡулланып, уңыштарға өлгәшеүсе белемле, үҙ һөнәренә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ уҡытыусылары менән көслө мәктәбебеҙ бөгөн дә. Улар татыу бер ғаилә булып, үҙ-ара килешеп, ярҙамлашып хеҙмәт иткәнгә күрә лә ниндәй генә киҫкен мәлдәрҙә лә юғалып ҡалмайынса, барлыҡ һынауҙарҙы еңеп, йырып сығырға һәләтле. Тормош ысынбарлығы быны даими рәүештә раҫлап тора. Шөкөр, Бишауыл-Уңғар мәктәбе ғүмер-ғүмергә белемле, һәләтле, тупланған уҡытыусылар коллективы менән көслө булды. Был ойоштороусы булараҡ, етәксегә лә бәйләнгән. Ошо яҡтан мәктәп директоры Рәсәй Федерацияһының Маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ильяс Миңлебай улы Вәлиевтың хеҙмәттәрен телгә алмау мөмкин түгел. Быйылғы уҡыу йылын 37-се йыл директор булып ҡаршылай (юридик яҡтан мөдир булһа ла, директор тип әйтмәйенсә булдыра алмайым. Уның яуаплылығы һис кенә лә директорҙарҙан кәм түгел. Артығыраҡ булмаһа әле). Юғары мәҙәниәтле, ипле, кешелекле, изгелекле булыуы менән оҙаҡ йылдар етәксе йөгөн ышаныслы тартып, уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да ихтирамын яуланы һәм яулай ул. Мәктәптең өлгәшкән уңыштарында, яулаған үрҙәрендә Ильяс Миңлебай улының лайыҡлы өлөшө бар. Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә процесына даими контроль, кәрәк саҡта уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү ҙә яуаплы эш. Быны директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Раил ҡыҙы Вәлиева яуаплылыҡ тойоп, еренә еткереп башҡара. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, килеп тыуған проблемалы мәсьәләләрҙе килешеп хәл итә алыуы арҡаһында ул хеҙмәттәштәре араһында абруйлы.
Рим Исхаҡов, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.