Башҡорт теле йылы сиктәрендә беҙҙең мәктәптә күп һанлы саралар үткәрелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Уның мираҫы, ижади эшмәкәрлеге һәм тормош юлы башҡорт теле дәрестәрендә өйрәнелә. Дата уңайынан ойошторолған асыҡ дәрестә башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлгөнә Кәлимуллина уҡыусыларға һәм килгән ҡунаҡтарға күренекле башҡорт шағирының тормош юлын асыҡ күрһәтте. Уҡыусылар һүрәттәр конкурсында әүҙем ҡатнашты. Өлкән кластар етәкселәре менән бергә стена гәзиттәре сығарҙы.