“Бөгөнгө сабый ниндәй кеше булып үҫеүе уның бала сағының нисек үтеүенә, балалыҡ йылдарында уны кем етәкләүенә, тирә-яҡтан йөрәгенә һәм аңына нимә һеңдерелеүенә бәйләнгән ” В.А.Сухомлинский
Педагогтарға ғына түгел, ә ата-әсәләргә лә хәҙерге заман балаларын тәрбиәләү һәм белем биреү өсөн белемле булырға кәрәк.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогтарының төп маҡсаты – ғаиләләргә балаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итеү. Әлбиттә, ата-әсәләр менән тигеҙ элемтәлә булып, улар менән алдыбыҙға уртаҡ маҡсаттар ҡуйып эшләгәндә генә һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Ғаиләләргә балаларҙың белем, үҫеш һәм сәләмәтлектәрен нығытыу мәсьәләләре буйынса психологик-педагогик ярҙам күрһәтеү, төрлө эш формаларын ҡулланып, белем-тәрбиә биреү эшенә йәлеп итеү - мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының төп бурыстарының береһе булып тора.
Был бурыстар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының ғаиләләр менән эшләү мәсьәләһен яңыса билдәләй: баланы тәрбиәләү процесында ғаиләгә традицион ярҙамдан башлап, ата-әсә компетентлығын формалаштырыу һәм үҙ бурыстарына аңлы мөнәсәбәттә булыуға тиклем. Был маҡсатта балалар баҡсаларында төрлө формала эштәр башҡарыла. Ата-әсәләр йыйылыштары, әңгәмәләр, консультациялар, оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәлдәр”, конкурстар, “асыҡ ишектәр” көндәре ойошторола. Ата-әсәләрҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлегенә йәлеп итеү киң ҡулланыла.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Флүзә ШАЙБӘКОВА, 1-се Ҡырмыҫҡалы
балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.