Ғәҙәттәгесә, коронавирусҡа бәйле хәлдәр көн үҙәгендә. Был юлы иһә ыңғай яңылыҡ билдәле булды. Ниһайәт, коронавирус буйынса сикләүҙәрҙе йомшартыуҙың икенсе этабына күсәсәкбеҙ. Радий Хәбиров фекеренсә, әле республикала икенсе этапҡа күсеү өсөн ыңғай шарттар булдырылған.
– 1 сентябргә тиклем сикләүҙәрҙе алырға кәрәк булыр. Уҡыу йылы башланыуға запас менән, нығынып сығырға кәрәк. Һуңғы күрһәткестәргә ярашлы, пневмония менән сирләүҙәр кәмей башланы. Был – мөһим индикаторҙарҙың береһе һәм яҡшыға өмөт бирә. Коронавирус менән сирләүселәр ҙә бер кимәлдә һаҡлана, – тине ул.
18 августа коронавирус буйынса оператив штаб ултырышы үтәсәк. Унда транспорт, күп функциялы үҙәктәр, дауаханалар, сауҙа учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләшеү буласаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы ҡатмарлы эпидемиологик миҙгел етеп килеүе тураһында ла иҫкәртте. ОРВИ һәм грипп менән сирләүселәр артасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, дауаханаларҙа улар өсөн буш урындар булырға тейеш, тигән йөкләмә бирелде.
Мәктәпкә нисек барырбыҙ?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 сентябрҙе хәүеф менән көтөүе тураһында белдерҙе. Уның фекере буйынса, сентябрҙең тәүге өс аҙнаһында әле һаман туҡтамаған коронавирус инфекцияһы эпидемияһы шарттарында ауыр эпидемиологик миҙгел көтөлә.
Мәктәптәр һәм башҡа белем биреү учреждениелары асылыу менән грипп һәм киҙеү миҙгеле лә етә, һәм ул COVID-19 инфекцияһы арҡаһында тағы ла ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Шуға күрә ул муниципалитеттар башлыҡтарына уҡыу йорттарында сир усаҡтары барлыҡҡа килмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ҡушты.
– Беҙ Мәғариф министрлығы менән эпидемияның беренсе тулҡынын тыныс ҡаршы алып, ныҡлы булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләштек. Был санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү, етди ойоштороу эше, уҡытыусылар өсөн битлек режимы, даими дезинфекция һәм башҡалар. 496 мәктәптә был ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе студент-медиктарҙан торған медицина инспекторҙары тәьмин итәсәк. Был улар өсөн практика кеүек буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ул балалар өсөн түгел, ә уҡытыусылар өсөн нығыраҡ хәүефләнә.
– Беҙ уҡыусылар өсөн артыҡ ҡайғырмайбыҙ – балалар симптомһыҙ сирләй, тик улар инфекцияны йоҡтороусы булыуы ихтимал. Уҡытыусылар сирләп китер тип хафаланам, улар араһында 65 йәштән өлкәнерәктәр күп бит. Был уларҙың һаулығына етди һынау буласаҡ һәм беҙ уларҙың ғүмере өсөн борсолабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тағы шуны белдерәм, хроник сирҙәре булған балалар дистанциялы уҡырға тейеш. Быйылғы 1 сентябргә беҙ бик етди әҙерләнәбеҙ. Тәүге аҙналарҙа аяҡта тора алһаҡ, артабан еңелерәк булыр. Ул саҡта артабан эшләйәсәкбеҙ, – тине ул.
Бынан тыш вуздарҙы һәм студент ятаҡтарын асыу буйынса ла хәл итәһе мәсьәләләр бик күп.
Оператив кәңәшмә ваҡытында уҡыу процесының нисек ойошторолоуы тураһында ла һүҙ булды. Бына яңы ҡағиҙәләр.
Мәктәптәрҙә кабинет системаһы индерелә. Элекке кеүек кластан класҡа йөрөргә ярамай. Физкультура, физика, химия, информатика һәм технологиянан башҡа.
Барлыҡ өлкәндәр өсөн дә – мотлаҡ битлек режимы. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн ағымдар айырыласаҡ. Белем биреү учреждениеһында бөтә ишектәр ҙә асыҡ буласаҡ. Мотлаҡ рәүештә графикка ярашлы кластарҙы һәм коридорҙы елләтәсәктәр, уларҙы дезинфекция саралары менән эшкәртәсәктәр. Балалар күпләп йыйылған урындарҙа – ашхана, спорт залы, коридорҙарҙа һауа рециркулярҙары торасаҡ. Һәр бер мәктәптә дәрес башланыр алдынан мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәйәсәктәр. Мәктәпкә автобус менән йөрөгән балаларҙыҡын иһә автобусҡа ултыртыр алдынан тикшерәсәктәр. Дәрес оҙонлоғо биш минутҡа ҡыҫҡарасаҡ. Бөтәһенә лә социаль дистанцияны үтәү ҙә мөһим талап буласаҡ.
Ауыл хужалығы ҡыуандыра
Ураҡ темаһына туҡталып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында уңышты йыйып алыу эштәре бер аҙ тотҡарланыуын белдерҙе. Тик барыбер күрһәткестәр былтырғынан юғарыраҡ.
15 авгусҡа ауыл хужалығы эшсәндәре сәселгән игендең 27 процентын йыйған, 1,18 миллион тонна ашлыҡ һуғып алынған. Башҡортостан буйынса уртаса уңыш гектарынан 25,3 центнер тәшкил итә, былтырғы күрһәткестәрҙән 4,4 центнерға күберәк.
Уңыш йыйыу буйынса алдынғы урында Ауырғазы, Көйөргәҙе һәм Әлшәй райондары килә. Уңышлылыҡ буйынса алдынғы булып Саҡмағош, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары иҫәпләнә. 36 районда ужым культуралары сәселә башлаған.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса алдынғы хеҙмәткәрҙәр билдәләнәсәк һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ. Механизаторҙар, водителдәр, комбайнсылар һәм операторҙарҙы бүләкләү өсөн 20 еңел автомобиль бүленгән.
– Беҙ ауыл халҡына ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Тәүге ярты йылда билдәле сәбәптәр буйынса сәнәғәт етештереүе индексы әҙерәк кәмене, ә ауыл хужалығы үҫеш бирә, – тине Радий Хәбиров.
Бәхетһеҙ осраҡтарҙа һәләк булғандар арта
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала һуңғы аҙнала авариялар һәм уларҙа һәләк булғандар һаны ҡырҡа артты. Бер юлы өсөшәр кеше үлгән осраҡтар ҙа теркәлде. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев күңелһеҙ статистика менән таныштырҙы.
– Үткән аҙнала республика юлдарында 88 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа 109 кеше йәрәхәтләнде һәм 17 кешенең ғүмере өҙөлдө. Былтырғы йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, дөйөм авариялар һаны 249-ға һәм йәрәхәтләнгәндәр 454 кешегә кәмеһә, һәләк булғандар һаны тигеҙләште. Йыл башынан 262 кеше аварияларҙа үлде, – тине ул.
Иң аяныслыһы – аварияларҙың күпселеген эскән водителдәр башҡара. Башҡортостан Башлығы йөкләмәһе буйынса, уларға ҡаршы ныҡлы көрәш асылды. Шул мәлдән алып (июнь аҙағынан), ЮХХДИ менән берлектә үткәрелгән рейдтарҙа 2750 иҫерек водитель тотолған. Уларҙың 320-һе был аҙнала һәм 194 кеше ял көндәрендә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар һәм һыуға батыуҙар тураһында һөйләне. Башҡортостанда теркәлгән 109 янғында ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай булһа ла, кешеләрҙең янғындарҙа үлеү осраҡтары былтырғы менән сағыштырғанда 18 процентҡа кәмегән. Ә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама 14 августа Туймазы районында йәшәгән ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған. Дөйөм алғанда, ул ҡулайлама йыл башынан 410 ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам иткән.
Һыу ятҡылыҡтарында ла көндәрҙең һалҡынайтыуына ҡарамай бәхетһеҙ осраҡтар бөтмәгән. Үткән аҙнала ике кешенең һыуға батып үлеүе теркәлгән.
Аҙна эсендә урманға киткән 37 кеше юғалған. Уларҙың бөтәһен дә тапҡандар.
Башҡортостанда үткән аҙнала балаларға бәйле бер нисә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, тәүге бәхетһеҙ осраҡ аҙна башында Әбйәлил районында булды. Унда ғаилә башлығы бәшмәк йыйып алып ҡайтып алты һәм ике йәшлек балаларын ашата. Һөҙөмтәлә, улар бөтәһе лә ағыулана. Алты йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡара алмайҙар, ҡалғандар һауыҡҡан.
Икенсе осраҡ 13 августа Күмертау ҡалаһында булды. Туғыҙынсы ҡаттан ике йәшлек сабый осоп төштө. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған, тик ауыр йәрәхәттәр алған.
Тағы бер осраҡ кисә, 16 августа, Ҡалтасы районында теркәлде.
– Мунсала туғыҙ йәшлек баланың кәүҙәһе табылды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул һөрөм газынан ағыуланған, – тине Фәрит Ғүмәров.
Әлеге ваҡытта был осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә.