Берҙәм формалар тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарында һыналасаҡ. Уны I кластан алып V класҡа тиклем уҡыған туғыҙ мең самаһы уҡыусы кейеп йөрөйәсәк.
Был райондарҙың һәр береһендә республиканың Еңел сәнәғәт ассоциацияһы мәктәп формалары коллекцияһын күрһәтеү ойошторған. Ата-әсәләр туҡымаларҙың сифатын һәм форманың тегелешен үҙ күҙҙәре менән күрә алған.
Ассоциация рәйесе Зөлфирә Ғәзизова белдереүенсә, ике әйберҙән торған кейемдең хаҡы – 2200 һум. Малайҙар өсөн – жилет һәм салбар, ҡыҙҙар өсөн – жилет һәм юбка. Теләк булһа, өҫтәмә рәүештә 1200 һум торған кардиган да һатып алырға мөмкин. Ошолай итеп,
етештереүселәр форманы төрлө килемле ғаиләләрҙең дә ауырлыҡһыҙ һатып алыуын тәьмин итмәксе.
Александр Шельдяев белдереүенсә, пилот проектында башҡа райондар ҙа ҡатнашырға теләк белдергән.