Әлбиттә, бөгөнгө эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, санитария ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Бөтә мәктәптәрҙә дезинфекция үткәреләсәк, температураны үлсәү ойоштороласаҡ, антисептик саралар һәм шәхси һаҡлау саралары файҙалынасаҡ, ти мәғариф бүлеге вәкилдәре. Ә әлегә йылдағыса дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениеларының балаларҙы ҡабул итергә әҙерлеген асыҡлау маҡсаты менән биналарҙы тикшереү һәм баһа биреү өсөн ведомство-ара махсус комиссия эшләй. Уның составындағы мәғариф бүлеге, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү, эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәре вәкилдәре һәм муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флизә Макеева биналарҙың, уҡыу кабинеттарының торошон, ашханаларҙың йыһазландырылыуын, биләмәләрҙең, мәктәп яны баҡсаларының, спорт майҙансыҡтарының төҙөклөгөн һәм тейешле талаптарға яраҡлығын тикшерҙе. Улар өс көн буйына өс төркөмгә бүленеп, райондың белем биреү объекттарын ҡараны. Мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге төҙөкләндереү эштәре менән генә сикләнмәй. Тәү сиратта балаларҙың именлеге мөһим. Шуға ла тикшереү барышында комиссия ағзалары ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте именлеге, туҡланыу, медицина хеҙмәтләндереүе кеүек мәсьәләләргә, ғөмүмән, балаларҙың уңайлы шарттарҙа белем алыуына айырым иғтибар бирҙе.