Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
15 Июль 2020, 11:42

Республикала йәнә мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыу күсерелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр 2020 йылдың мартынан республика биләмәһендә ғәмәлдә булған «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға төҙәтмәләр индерҙе. Яңы баҫмала республика етәксеһе мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыуҙы күсерҙе. Бынан алда 15 июлдә уларҙың эшен башлау планлаштырылғайны.

Дата ике аҙнаға – 29 июлгә күсерелде.
Шулай уҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына халыҡҡа яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш хаҡында мәғлүмәт еткереүҙе дауам итеү һәм шишәмбе, кесаҙна көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тә брифингтар үткәреү бурысы йөкмәтелде.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: