Даирә
+4 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Мәктәптәрҙә
7 Июля 2020, 06:39
Башҡортостанда мәктәп һәм балалар лагерҙары, балалар баҡсалары әлегә асылмай
Башҡортостанда әлегә мәктәп һәм балалар лагерҙарын, шулай уҡ балалар баҡсаларын асырға нигеҙ юҡ. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.
«Бына 23-сө көн хәл тотороҡло, ләкин артабан яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Был һандар хәлде тотороҡландырыуыбыҙ тураһында һөйләй, әммә беҙҙең эшмәкәрлек сирлеләр һанын кәметеүгә килтермәй. Хәл бик шәптән түгел, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Шуға беҙ мәктәп һәм балалар лагерҙарын асыу хаҡында ҡарар ҡабул итмәйбеҙ. Был балалар баҡсаһына ла ҡағыла. Киләһе датаны 15 июлгә билдәләйбеҙ, әлегә күҙәтеп барабыҙ».
Республика башлығы бөтә ерҙә лә битлек режимын үтәргә саҡырҙы.
Фото: Олег Яровиков
https://www.bashinform.ru/bash/1469760/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!