Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
2 Июнь 2020, 15:55

Сәғәт 2-лә видеомәктәпкә ҡушылығыҙ!

Бөгөн сәғәт төшкө 2-лә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Гражданлыҡ университеты” лекторийы коронавирусты иҫкәртеү буйынса сираттағы онлайн-эфир үткәрәсәк. Лекцияның темаһы “2020 уҡыу йылының финишы – өйҙә, Рәсәйҙә, ял итер ваҡыт” тип атала.

Уҡыу йылының тамамланыуы, Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу, быйыл юғары уҡыу йорттарына инеү тураһында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләйәсәк. Пандемия шарттарында йәйге ялды ойоштороу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе республиканың туристик индустрияһы ассоциацияһы рәйесе Комил Сиразетдинов еткерәсәк. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш реабилитологы Энвир Сәләхов коронавирус менән көрәшкән табиптарҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы дауалау тураһында хәбәр итәсәк.
Осрашыу модераторҙары – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
Видеомәктәпкә һәр теләгән кеше ҡушыла ала. Трансляция партияның Ютуб-каналында үтәсәк. Шунда уҡ быға тиклем булып үткән лекцияларҙың яҙмаһын ҡарарға мөмкин. Һәр ҡараусы онлайн тәртиптә видео аҫтында һорау ҡалдыра ала.
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в