Даирә
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Апрель , 22:52

Ашнаҡсылар сыҡты бәйгегә

Ҡабаҡ ауылында мәғариф учреждениелары ашнаҡсылары араһында “Беҙ һеҙҙе һәр ваҡыт ашатабыҙ – тәмле ризыҡ буласаҡ!” тигән һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте.

Ашнаҡсылар сыҡты бәйгегә
Ашнаҡсылар сыҡты бәйгегә

Конкурста ҡатнашыусы иң яҡшы ашнаҡсылар үҙҙәренең ризыҡ бешереү ысулы менән таныштырҙы, уларҙың һәр төрөн матур, зауыҡлы итеп биҙәү серҙәре менән дә бүлеште, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, мәктәп менюһында ризыҡ ассортиментын тулыландырыуҙары менән уртаҡлаштылар. Үҙҙәренең күңел йылыһын һәм фантазияһын өҫтәп, аш-һыу өлгөләрен жюри ағзалары алдында яҡланы.
Мәртәбәле жюри ағзалары – мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Ҡырмыҫҡалы районындағы ойошма рәйесе Рөстәм Әминев, мәғариф бүлеге методисы Эльмира Кәримова, ата-әсәләр комитеты рәйесе Альбина Мостаева уларҙың тырышлыҡтарын, яҡшы әҙерлектәрен, ашамлыҡтарҙың сифатын һәм эстетикаһын баһаланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынға Һәүәләй мәктәбе ашнаҡсылары Гөлназ Кандашова һәм Гүзәл Түләшева лайыҡ булды. Икенсе урынды Сахай мәктәбе командаһы ашнаҡсылары Альбина Абдрафиҡова менән Алһыу Мөхөтдиновалар алды, өсөнсө урынды Үтәгән ауылынан Рәсимә Әхмәтйәнова менән Бишауыл-Уңғарҙан Алһыу Сол­тангилдина һәм Ләйсән Пятырова бүлеште.
Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Бына улар – Ефремкин ауылынан Людмила Иванова “Милли аш-һыу оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе булды. “Балаларҙы туҡландырыу оҫтаһы” – Сахай ауылынан Альбина Абдрафиҡова, “Карвинг-мастер” номинацияһында Константиновка ауылынан Лидия Макарова еңеү яуланы, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында Ҡырмыҫҡалы гимназияһынан Татьяна Семенова менән Олеся Плотникова билдәләнде, “Татлы десерт” номинацияһында Сихонкин ауылынан Нара Аратюнян, ә Олокүл ауылынан Наталья Мадьярова “Һөнәренә тоғролоғо өсөн” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Дуҫ һәм берҙәм командала туҡланыу бу­йынса яуаплылар – Олокүл мәктәбенән Әлиә Ғәтиәтуллина, Вероника Кузьмина (Ефремкин), Илмира Сәлимйәнова (Сахай), Наталья Макарова (Сихонкин) һәм Зимфира Хөсәйеновалар (Үтәгән) әүҙем ҡатнашты.
Эльмира Кәримова менән Альбина Мостаевалар музыкаль сығыштары менән сараны йәмләне.
Сәмле ярыш дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Мөһим һәм яуаплы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс һәм “тәмле” һөнәр эйә­ләренә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Айһылыу ИЛЬЯСОВА.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас