Даирә
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Февраль , 16:14

Йыл уҡытыусылары билдәләнде

Прибельский ауылы мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы – 2026” һөнәри педагогик оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

Йыл уҡытыусылары билдәләнде
Йыл уҡытыусылары билдәләнде

Мәртәбәле сара барышында беҙ райондың ете мәктәбенән финалға үткән һигеҙ уҡытыусының йәмле сығыштарына шаһит булдыҡ һәм уларҙың төрлө яҡлы талант эйәләре булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.

- Районыбыҙҙың һөнәри тормошондағы мө­­һим ваҡиғаға йыйылдыҡ. Һайлап алыу этабын уңышлы үткән хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең оҫталыҡтарын, таланттарын һәм үҙ эшенә, мәктәпкә, балаларға булған һөйөүен күрһәтәсәк. Әлбиттә, уларҙың иң көслөләре еңеү яулаясаҡ. Мәктәп – ул ҙур һәм татыу ғаилә, - тип сәләмләне конкурста ҡатнашыусыларҙы, көйәрмәндәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева һәм барыһына ла уңыштар теләне.

Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Елена Хаффазова ла үҙенең сәләмләү һүҙендә был бәйгенең әһәмиәтен билдәләне.

- Ҡасандыр мин үҙем дә бындай конкурста ҡатнаштым. Конкурстан һуңғы тормош бөтөнләй икенсе төрлөгә әйләнә. Һин донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай башлайһың, киләсәктә бер-береңә терәк булырлыҡ һөнәри дуҫтарың арта. Ғөмүмән, бындай бәйгеләр уҡытыусыларға һөнәри үҫеш йүнәлешендә яңы юл аса, - тине Елена Роберт ҡыҙы һәм уҡытыусылыҡ эшенең мөһимлеген, кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул финалға сыҡҡан һигеҙ уҡытыусыға Республика профсоюздар ойошмаһының бүләктәрен тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының уҡыу-китап нәшриәте бүлеге начальнигы Гөлназ Усманова үҙенең мөрәжәғәтендә конкурстың муниципаль этабы номинанттарына һәм еңеүселәренә барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеүҙәрен теләне һәм:

- Һеҙҙең был конкурсҡа килеүегеҙ – үҙе ҡыйыулыҡ. Ошо мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуығыҙ, үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙҙе башҡалар менән уртаҡлашыуығыҙ, бер-берегеҙ менән аралашыуығыҙ – үҙе бер мәртәбә. Ҙур һәм мөһим эш башҡарғанығыҙ өсөн мәғариф министрлығы исеменән оло рәхмәт белдерәм, - тине.

Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылындағы “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә районыбыҙҙың 13 мәғариф учреждениеһынан барлығы 38 педагог ҡатнашҡан. Улар ике ай буйына төрлө һынауҙар үткән – асыҡ дәрестәр һәм дәрестән тыш саралар күрһәткән, төрлө методик материалдары һәм тәжрибәләре менән бүлешкән. Район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев уларҙың барыһына ла Дипломдар тапшырҙы һәм финалға сығыусыларға уңыштар теләне.

Жюри ағзалары – Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Елена Хаффазова, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының уҡыу-китап нәшриәте бүлеге начальнигы Гөлназ Усманова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм уның урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, райондың профсоюздар комитеты рәйесе Рөстәм Әминев, Сихонкин мәктәбе мөдире Алевтина Андреева, Подлуб мәктәбе директоры Гөлгөнә Кәлимуллина финалистарҙың сығышын баһаланы.

Уҡытыусылар был көндө үҙҙәрен төрлө яҡлап асты, таланттарын һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Уларҙың берәүһе оҫта итеп бейеһә, икенсеһе шәп йырлай, өсөнсөһө тасуири һөйләү оҫтаһы булһа, кемеһелер ысын артисҡа тиңләште.

Шулай итеп, еңеүселәр ҙә билдәле булды. Жюри ағзаларының иң күп баһаһын йыйып, район конкурсы финалының абсолют еңеүсеһе итеп Ҡабаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Ирина Фидарис ҡыҙы Әбүбәкирова билдәләнде. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026” еңеүсеһе исемен шулай уҡ Ҡабаҡ лицейынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Рөстәм ҡыҙы Сәғитова яуланы. “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026” исемен Олокүл мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Илдар ҡыҙы Ғарифуллина алды. “Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы – 2026” конкурсының еңеүсеһе исеме Һыуыҡ Шишмә ауылы мәктәбенең сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Петровна Петроваға бирелде. “Йәш йыл уҡытыусыһы – 2026” титулын Үтәгән мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Кристина Юрьевна Новикова алды. Константиновка мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Тимур Раил улы Басыров “Йәш йыл уҡытыусыһы – 2026” конкурсының лауреаты булды. Прибельский мәктәбенең математика уҡытыусыһы Тамара Семеновна Федорова “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Бэлла Урал ҡыҙы Хәсәнова “Күңел матурлығы һәм шәхси һөйкөмлөлөгө” номинациялары буйынса билдәләнде.

Муниципаль этап еңеүселәре артабан төбәк конкурсында һынау үтәсәк. Уларға уңыштар юлдаш булһын!

Гүзәл СӘҒИТОВА, Ҡабаҡ ауылы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Мәктәп-дәрестәрҙән бер ваҡытта ла айырылмаһам да, 40-сы тиҫтәгә аяҡ баҫҡанда ғына
уҡытыусы булараҡ эш башланым. Бөрйән районының Байназар ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң
тәүҙә педагогия колледжында, һуңынан М.Аҡмулла
исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре
буйынса белем алдым. Ғаилә ҡорғас, бер-бер артлы
тыуған дүрт бала менән йорт хужабикәһе булырға
тура килде. Шулай ҙа, уларҙың дәрестәре, тренировкалары, өйгә эштәре, ата-әсәләр йыйылыштары
мине бер ваҡытта ла уҡыу-тәрбиә эшенән ситләтмәне. 2020 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ өҫтәмә белем алып, Ҡабаҡ лицейына эшкә килдем. Эскерһеҙ балалар, мәктәптән
тыш үткән төрлө саралар, конкурстар мине ниндәйҙер тылсым көсө менән үҙенә тартып алды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ
беҙҙең төп маҡсат – илгә, телгә, милләткә, һөйөү
уятыу, ҡыҙыҡһыныу булдырыу. Был маҡсатҡа беҙ ауыҙ-тел ижады, йыр-бейеү, уйындар аша өлгәшәбеҙ. Шуны ла өҫтәп әйтер инем – ниндәй генә алымдар менән уҡытһаң
да, телгә һөйөү йөрәктән-йөрәккә генә етә. Дәрестәремде мин бейеү менән сағыштырыр инем. Бер үк аҙымдар, хәрәкәттәр ҡабатланып торһа ла, ҡайһы бер урында һалмаҡ, йомшаҡ аҙымдар, ә ҡайһылыр ерҙә ҡаты баҫымдар талап ителә.

 

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Йыл уҡытыусылары билдәләнде
Йыл уҡытыусылары билдәләнде
Йыл уҡытыусылары билдәләнде
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас