Даирә
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Апрель 2025, 10:13

Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде

Район Мәҙәниәт һарайында “Йыл ғаиләһе - 2025” Бөтә Рәсәй конкурсының район этабында еңеүсе ғаиләләрҙе тантаналы рәүештә бүләкләнеләр.

Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде
Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде

 -Ғаилә – һәр кем өсөн ҡәлғә, бәләкәй генә бер донъя ул. Балаларҙы һөйөүгә, наҙға сорнап, уларға аҡыллы кәңәштәр биреп, эшкә өйрәтеп, хәүеф-ха­фанан ҡурсалап, үрнәк булып тороусы ғаиләләр районыбыҙҙа бихисап. Тап бына ошондай ғаиләләр конкурста әүҙем ҡатна­штылар һәм улар менән бөгөн яҡындан таныша­саҡбыҙ, -тигән һүҙҙәр менән асты сараны алып барыусылар. Еңеүселәрҙе тәбрикләү өсөн һүҙ район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса бүлеге­нең баш белгесе Виктория Истратоваға бирелде.

-Мөхәббәт һәм бер-бе­реңә ярҙам итеү ғаилә өсөн иң мөһиме булыуын бө­гөнгө сарала иҫбат итәбеҙ. Беҙҙең районда бер-бе­реһе өсөн өҙөлөп торған ошондай матур ғаиләләр булыуы ҡыуаныслы, -тине Виктория Владимировна һәм биш төп номинация еңеүселәрен бүләкләне.

“Күп балалы ғаилә” номинацияһында Ҡыр­мыҫҡалынан Рауза һәм Илдар Сафин-Таһировтар еңеү яуланы. Был ғаилә 2009 йылда барлыҡҡа кил­гән. Улар тәүге көндәрҙән үк күп балалы һәм татыу ғаилә булдырырға хыялла­налар һәм ошо хыялдарын тормошҡа ашыралар.

“Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе” номинацияһын­да Сихонкин ауылынан Трофимовтар һәм При­бельскийҙан Абросимо­втар ғаиләләре билдәлән­де.

-Беҙҙең атай-олатайҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар. Ә бөгөн иһә беҙҙең ҡәҙерле кеше­беҙ, атайыбыҙ махсус хәр­би операция биләмәһен­дә илебеҙ тыныслығын һаҡлай. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Ул – Вата­ныбыҙҙың ысын һаҡсыһы, ә беҙ – Ватан һаҡсыһы ғаиләһе, -тиҙәр Аброси­мовтар бер тауыштан.

“Ауыл ғаиләһе” но­минацияһында Үтәгән ауылынан Селина һәм Динар Батталовтар һәм Прибельскийҙан Эльви­ра һәм Олег Матросовтар ғаиләләре алдынғылар рә­тендә.

“Ғаилә – ғөрөф-ғәҙҙәттәрҙе һаҡлаусы” но­минацияһында Ҡарлы­ман ауылынан Динара һәм Рөстәм Абакачевтар еңеүсе тип танылды.

Һалйығот ауылынан Надежда һәм Фидаиль Фәйзуллиндар “Алтын ғаилә” номинацияһына эйә булды.

Районыбыҙҙың был матур ғаиләләренең ба­рыһы ла үҙҙәренең ты­рышлығы, уңғанлығы, берҙәм булыуы менән һоҡландыра. Уларҙың бәхетле булыуҙары, тор­мошто һөйөүҙәре, барлыҡ эске донъялары йөҙҙәрен­дә һәм күҙҙәрендә сағыла.

Үтәгән ауылында йәшәүсе өс балалы Баттало­втар ғаиләһенең тамырҙары академик Ғайса Хөсәйенов, данлыҡлы сөгөлдөрсө һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен яулаусы Банат Батырова, БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновтарға ба­рып тоташа.

-Ғаиләбеҙ менән бер­гә бейергә, йырларға һәм ҡурайҙа уйнарға яратабыҙ. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, -тиҙәр Бат­таловтар.

Еңеүсе ғаиләләр өсөн был көндө Елена Хәби­буллина етәкселегендәге “Виват” ансамбле, Мар­сель Алдаҡаев, Дамир Ишембаев башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Сара­ла ҡатнашыусылар уларға ҡушылып йырланылар ҙа, дәртле бейеүгә лә төшөп киттеләр һәм ошо йәм­ле көндө хәтерҙә оҙаҡҡа һаҡлар өсөн күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә онотманылар.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде
Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде
Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде
Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде
Еңеүсе ғаиләләр билдәләнде
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас