Шиғриәт байрамын асыу өсөн һүҙ гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласоваға бирелде.
- “Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” онлайн конкурсында ҡатнашыусы 30-ҙан ашыу конкурсанттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мөкәй ауылынан Линар Хәмитовтың да видеояҙмаһы булыуы бәйгебеҙгә оло мәртәбә өҫтәне. Яугир егеттең туған телгә булған һөйөүен, тыуған яғын һағыныуын сағылдырған видеояҙма өсөн Мөкәй ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гүзәл Сыңғыҙоваға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, Линарҙың үҙенең ошондай сараларҙа шәхси ҡатнашыуын көтөп ҡалабыҙ. Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған конкурста төрлө йәштәге конкурсанттар ҡатнашыуы ҡыуаныслы, - тип бәйгеселәрҙең барыһына ла уңыштар теләгәс, Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы конкурсты ойоштороуҙа оло ярҙам күрһәтеүсе, дипломдар һәм бүләктәр менән тәьмин итеүсе “Стендмастер” йәмғиәте директоры Радмир Исламовҡа туған телебеҙҙе пропагандалауҙа һәм әҙәби мираҫты һаҡлауҙа өлөш индергәне, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Шиғриәт һөйөүселәрҙе берләштереүсе ошондай матур конкурстар ойошторғандары, балалар менән бергә ололарҙы, ата-әсәләрҙе йәлеп иткәндәре өсөн “Даирә” гәзите редакцияһына рәхмәт. Күңелдәргә илһам бирә торған эстәлекле байрамдар һәр ваҡыт булып торһон, ижадсыларға ижади уңыштар юлдаш булһын, илһам шишмәләре урғылып торһон, юғалмаһын, шиғриәтте яратырға, күберәк китаптар уҡырға өндәһен. Киләсәктә бындай бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар тағы ла күберәк, әүҙемерәк булһын, - тигән теләктәрен еткерҙе байрамыбыҙ ҡунағы Фәрғәт Ҡотлобаев.
Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Исхаҡов та сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
- Матур шиғырҙар уҡыған, һөйләгән кеше үҙе лә матур була. Уларҙың хәтере лә яҡшы, кеше менән матур итеп аралаша ла беләләр. Улар матурлыҡты башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ күрә белеү, тормошто икенсерәк күҙлектән ҡарай белеү һәләтенә эйә. Шиғри күңелле кешеләр беҙҙең арала күберәк булһын, шиғыр һымаҡ тормошобоҙ ҙа матур булһын. Иң мөһиме, донъяларыбыҙ имен булһын, шул саҡта шиғыр һөйләүсе дуҫтарыбыҙ ҙа артҡандан-артасаҡ. Балалар, йәштәр һәм ололар өсөн шунда йәмле саралар ойоштороусы үҙебеҙҙең “Даирә” гәзите хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.
- Матур күңелле, рухлылар, талантлылар йыйылған бөгөн. Шиғриәт – ул матурлыҡ донъяһы. Тик бай, матур күңелле кешеләр генә шиғыр ярата. Тимәк бында бөтәгеҙ ҙә матурҙар, уңғандар, тырыштар, көслөләр. Шиғырҙың бер тәмен белгән кешеләр унан бүтән айырыла алмайҙыр, тип уйлайым. Сөнки ул кешене арбай, үҙенә ылыҡтыра һәм кеше үҙе лә һиҙмәҫтән шиғриәт донъяһына сума. Шиғыр – ул яратҡан ризыҡ кеүек. Уны теләп кенә, һорап ҡына тора күңел. Айырыуса бөгөн оло рәхмәтте байрамдың иғәнәсеһе Радмир Исламовҡа әйтке килә. Йәштәрҙе үҫтереүҙә ныҡ ярҙам күрһәтеүсе, туған телде үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булһын ине, - тине талантлы шағирә, яҡташыбыҙ Фирүзә Абдуллина һәм үҙенең шиғри күстәнәсен бүләк итте.
- Ошондай сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Декабрҙә үткән ҡоролтай йыйылышында беҙгә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау бурысы ҡуйылды. Шуның өсөн мин дә ошо эшкә үҙ өлөшөмдө индерергә ҡарар иттем һәм район ҡоролтайы ағзалары, “Даирә”ләр менән бергә шиғриәт конкурсы үткәрергә ниәтләнек, - тине Радмир Рәжәп улы үҙенең сығышында.
Шиғриәт көнөндә уҙғарылған мәртәбәле сарабыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Линар Хәмитовтың күңелдәргә үтеп инерлек видеосәләменән башланды.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта мин һеҙҙең менән бергә була алмайым. Шуға күрә видеосәләм генә ебәрәм. Аллаһ бирһә, киләсәктә осрашырбыҙ тип уйлайым, - тип беҙгә үҙенең һағынышлы ҡайнар сәләмдәрен күндергәс, Линар М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын һөйләне.
Бәйгеселәр был көндө туған тел, махсус хәрби операция, Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған күңелдәрҙе тетрәндерерлек, уйланырға мәжбүр итерлек шиғырҙар һөйләне.
Жюри ағзалары кәңәшләшкән арала Рим Риф улы һәм Фәрғәт Фәрит улы ла күңелдәренән урғылып сыҡҡан шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Шиғриәт көнөндә уҙғарылған шиғри кисәлә күңел ҡылдарын тирбәтерлек сығыштары менән әсир итеүселәр – иң кескәй конкурсантыбыҙ, Ҡырмыҫҡалынан Морат Хөсәйенов, уҡыусылар араһында – Ефремкиндан Полина Паламарчук (етәксеһе Лилиә Юлдашбаева), Иҫке Бәпестән Фидәлиә Ирмәкова менән Динислам Яҡупов (етәкселәре Ләйсән Абдуллина), Мөкәйҙән Рәзиф Хәмитов (етәксеһе Фәниә Ишҡарина), Бишауыл-Уңғарҙан Гөлшат Мөхәмәтшина менән Милана Меркулова (етәкселәре Рәмилә Исхаҡова), Ҡырмыҫҡалынан Әлиә Ғирфанова (етәксеһе Ләйлә Ғафарова), Үрге Төкөндән Инсаф Хәмитов, өлкәндәр араһында – Мөкәйҙән Зөлфиә һәм Файза Дәүләтбаевалар (ойоштороусылары - Гүзәл Сыңғыҙова), Үрге Төкөндән Айгөл Хәмитова менән Райхана Сурбаева, Иҫке Бәпестән Гөлнур Шаймарҙанова дипломдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.
Байрам кисәһен алып барыусы Флүрә Низамоваға, тауыш режиссеры Филүс Шәңгәрәевҡа, йырсы Марсель Алдаҡаевҡа, мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙға, барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә оло рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләһе бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА фотолары.