Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Декабрь , 14:37

Тарих яҙа беҙҙең батырҙар

Туған тел, милли мәҙәниәт һәм, әл­биттә, бай тарихыбыҙ аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә, сөнки та­мырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора. Һуңғы йылдарҙа барлыҡ белем усаҡта­рында ошо юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡа­рыла. Эйе, Тыуған ил, батырлыҡ, тоғро­лоҡ һымаҡ изге төшөнсәләрҙе аңлаған, хөрмәт иткән быуын тәрбиәләү – һәр уҡытыусының төп бурысы ул.

Тарих яҙа беҙҙең батырҙар
Тарих яҙа беҙҙең батырҙар

Тарих яҙа беҙҙең батырҙар

Мәктәбемдең зәңгәр офоғонда

Йәйғор булып балҡый “мозаика”.

Бөтә Рәсәй киңлегендә бөгөн

Батырҙарҙы данлай “мозаика”!

Туған тел, милли мәҙәниәт һәм, әл­биттә, бай тарихыбыҙ аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә, сөнки та­мырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора. Һуңғы йылдарҙа барлыҡ белем усаҡта­рында ошо юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡа­рыла. Эйе, Тыуған ил, батырлыҡ, тоғро­лоҡ һымаҡ изге төшөнсәләрҙе аңлаған, хөрмәт иткән быуын тәрбиәләү – һәр уҡытыусының төп бурысы ул.

Беҙҙең Прибельский урта мәктәбен­дә лә был йүнәлештә бөгөнгө көн та­лаптарына ярашлы хәтһеҙ эштәр юлға һалынған. Шулар араһында Бөтә Рәсәй “Башҡорт мозаикаһы” фестивале айы­рым урын алып тора. Ул быйыл 7-се та­пҡыр үткәрелде һәм “Тарих яҙа беҙҙең батырҙар” тип аталған көнүҙәк темаға арналды.

Мәктәптә был ҙур сараға әҙерлек йыл әйләнәһенә бара тиһәм дә хата булмаҫ. Ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәбе булараҡ республикабыҙҙың һәм иле­беҙҙең башҡа төбәктәрендәге ошондай уҡ ЮНЕСКО мәктәптәре менән күптән инде бәйләнеш булдырғанбыҙ. Семи­нарҙарҙа, видеоконференцияларҙа ҡат­нашабыҙ, тәжрибә менән уртаҡлашабыҙ, сығыштар яһайбыҙ. Фестивалгә әҙерлек сиктәрендә төрлө экскурсиялар ҙа ой­ошторҙоҡ. Шишмә районына барып, бөйөк Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштә, Турахан мавзолейында, күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейын­да, Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан “Тыуған яҡты өйрәнеү музейы”нда бу­лыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Баш ҡалабыҙҙың тарихи урында­рында, БР милли музейында, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең һәйкәлдәре янында бу­лыу – быларҙың барыһы ла фестивалгә әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо. Бын­дай саралар һуғыш, афәт, болғаныштар, һәйкәлдәр, документтар, яҙмыштар аша уҡыусыларҙы тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, уяу булырға саҡыра.

Шулай итеп ҡағыҙ битенә генә яҙып бөтөрөрлөк булмаған әҙерлек эштәре артта ҡалды һәм, ниһайәт, алдан бил­дәләнгән 12 декабрь килеп етте.

Был көндө Прибельский мәктәбенең 2-се корпусы гөрләп торҙо. Иртә менән мәктәптә яңғыраған аһәңле ҡурай моңо байрамға милли һыҙат өҫтәне. Төрлө яҡтарҙан килгән һәр төрлө милли кей­емдәрҙәге конкурсанттар фестивалдең биҙәгенә әйләнде.

Тамаша залында “Башҡорт мозаи­каһы” фестивален тантаналы рәүештә асып, мәктәп директоры Рита Хисмәтул­лина был сараның ни тиклем мөһим һәм ваҡытлы үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм бәйгеселәргә уңыштар теләне.

Мәртәбәле ҡунаҡтар иһә сара­ның бәҫен күтәрҙе. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, ЮНЕСКО эштәре буйынса район коми­тетының координаторы Гүзәл Сыңғыҙо­ва, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Нәркәс Ҡоҙаҡаева үҙҙәренең сығыштарында фестивалдең кимәле юғары булыуы хаҡында һөйлә­неләр.

Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, БР һәм РФ Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алек­сандр Хватковтың ялҡынлы сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Тантаналы өлөштән һуң төрлө сек­цияларға бүлендек. Ғилми-ғәмәли кон­ференция, шиғыр һөйләүселәр, ижади эштәр, тамаша залындағы береһенән-бе­реһе йөкмәткеле йырҙар, бейеүҙәр, кол­лектив сығыштар жюри ағзаларын хай­ран итте.

Мәктәп коридорында темаға ярашлы күргәҙмәләр, оҫтахана, ситтән тороп ҡатнашыусыларҙың һүрәттәре, ижади эштәре урын алды. Белем усағында яңы ғына асылған “Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү” музейы ла фестивалдә ҡатна­шыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡал­маны. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: музейҙағы күп экспонаттарҙы мәктәп уҡыусылары Волгоград һәм Ленин­град өлкәһендәге экспедициянан үҙҙәре ҡаҙып алып ҡайтҡайны.

Фестиваль ҡунаҡтары – филоло­гия фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев менән ЮНЕСКО комитетының маҡтау­лы вәкиле Людмила Богуславская музей­ҙың бик уйлап эшләнелгәнен билдәләне.

“Башҡорт мозаикаһы”нда быйыл барлығы 715 уҡыусы көс һынашты. Уларҙың 489-ы ситтән тороп ҡат­нашты. Тыуған илебеҙҙең тарихын, ир-егеттәребеҙҙең батырлығын сағыл­дырған презентациялар, һүрәттәр, ин­шалар, ғилми проекттар ошо сараның ни тиклем көнүҙәк икәнлеген раҫланы.

Был проекттың авторы булараҡ шуны әйтә алам: ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә, уҡыусыларҙың эштәре баҙыҡлана бара. Был инде фестивалдең кимәле юғары бу­лыуын күрһәтә.

Йәш быуындың күңеленә орлоҡ бу­лып төшкән ошондай саралар ярҙамын­да киләсәктә лә ғәзиз телебеҙҙең илаһи­лығы күңелебеҙҙе нурлар, исемдәре илде данлар батырҙарыбыҙ үҫер, сихри ҡурай моңо бер ваҡытта ла тынмаҫ! Йәш бы­уынды данлы тарихыбыҙ аша тәрбиәләү үҙ һөҙөмтәһен бирер.

Фәнзилә БАЙЫМОВА,

Прибельский урта мәктәбе уҡытыусыһы.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: