Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Май , 15:49

Ашнаҡсылар ярышты

Был бәйге мәктәп уҡыусыларын туҡландырыуҙы ойоштороу сифатын камиллаштырыу, кулинар аҙыҡ әҙер­ләүгә инновацион технологиялар ин­дереү, сифатлы һәм баланслы туҡла­ныуҙың заманса формаларын һәм ысулдарын ҡулланыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, район мәктәптәрендә сәләмәт туҡланыу принциптарын по­пулярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

Ашнаҡсылар ярышты
Ашнаҡсылар ярышты

Ашнаҡсылар ярышты

Ефремкин ауылы мәктәбендә “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы – 2024” Бәтә Рәсәй конкурсының муници­баль этабына йомғаҡ яһалды.

Был бәйге мәктәп уҡыусыларын туҡландырыуҙы ойоштороу сифатын камиллаштырыу, кулинар аҙыҡ әҙер­ләүгә инновацион технологиялар ин­дереү, сифатлы һәм баланслы туҡла­ныуҙың заманса формаларын һәм ысулдарын ҡулланыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, район мәктәптәрендә сәләмәт туҡланыу принциптарын по­пулярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

Көсөргәнешле конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ефремкин мәк­тәбе 1-се урын яуланы. 2-се урынды Һәүәләй һәм Иҫке Муса мәктәптәре бүлешһә, 3-сө урынға Сахай һәм Би­шауыл-Уңғар мәктәптәре сыҡты.

- Беҙҙең мәктәп ашнаҡсыһы Алһыу Солтангилдина һәм туҡланыу өсөн яуаплы хеҙмәткәр Миңнур Сәйет­гәрәева Иҫке Муса, Сахай, Ефремкин, Һәүәләй мәктәптәре ашнаҡсылары менән көс һынашты. Конкурс шарт­тарына ярашлы, өҫтәл биҙәү, ашам­лыҡ әҙерләү һәм уның хаҡында һөйләү ярыштарында беҙҙең аш-һыу оҫталары лайыҡлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә, мәктәбебеҙ ашханаһы өсөнсө призлы урын менән билдәләнде. Ә Алһыу Солтангилдина “Иң яҡшы ашнаҡсы” дипломына һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды, - тигән ҡыуаныстары менән бүлеште Бишауыл-Уңғар мәк­тәбе коллективы.

Еңеүселәрҙең төбәк-ара бәйгелә лә һынатмауҙарын теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: