Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Февраль , 10:25

Педагогтар бәйгелә һынау тотто

Ҡабаҡ ауылының мәҙәниәт йортонда “Йыл уҡытыусыһы – 2024” конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы.

Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто

Педагогтар бәйгелә һынау тотто

Ҡабаҡ ауылының мәҙәниәт йортонда “Йыл уҡытыусыһы – 2024” конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы.

Быйылғы бәйгелә 7 уҡы­тыусы һәм 2 балалар баҡ­саһы тәрбиәсеһе ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең һөнәри оҫталығын лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәште.

Сараны район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев асты.

- Йыл да ошо миҙгел­дә мәғариф хеҙмәткәрҙәре­нең мәртәбәле конкурсына йыйылабыҙ. Быйылғы уҡыу йылында 19 белем биреү уч­реждениеһынан 43 педагог үҙ көстәрен һынап ҡараны. Уларҙың туғыҙы финалға сыҡты. Ҡасандыр үҙем дә ошондай конкурста ҡатна­штым, шуға ла уның бик тулҡынландырғыс һәм яуаплы икәнен яҡшы аңлайым, - тине ул һәм барлыҡ бәйгеселәргә дипломдар тапшырҙы.

Был көндө педагогтарҙың һөнәри оҫталығын мәртәбәле жюри ағзалары - мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм уның урынбаҫа­ры Гүзәл Сыңғыҙова, рай­он профсоюздары комитеты рәйесе Рөстәм Әминев, Пио­нерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Эльвира Баязито­ва, Сихонкин мәктәбе мөдире Алевтина Андреева баһаланы.

Финалға сығыусылар үҙҙәре менән таныштырҙылар һәм оҫталыҡ дәресе күрһәт­теләр. Бында һәр бер конкур­сант үҙенең төрлө яҡлы та­лант эйәһе булыуын күрһәтә алды. Уларҙың барыһының да ысын педагог ҡына түгел, ә шулай уҡ һәләтле артист та, алдынғы ҡарашлы белгес тә икәненә төшөнөргә була ине. Һәр бер бәйгесегә залда ултырған көйәрмәндәре көс-дәрт өҫтәп торҙо, ә Ҡабаҡ мәктәбе уҡыусы­лары сараны музыкаль яҡтан биҙәне.

Педагогтар еңел булмаған һынауҙарҙы уңышлы үтте. Һәүәләй мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Ай­гөл Хәмзина иң күп мәрәй йыйып, лайыҡлы рәүештә “Йыл уҡыты­усыһы – 2024” титулын яуланы. Ҡырмыҫҡалы гим­назияһынан Елена Миляу­скас “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024”, ә Подлубов мәктәбенән Гөл­гөнә Кәлимуллина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡы­тыусыһы – 2024” номинация­лары еңеүселәре булды. “Йәш уҡытыусы – 2024” тип При­бельский мәктәбенең инфор­матика уҡытыусыһы Алексей Захаренко, ә “Йыл педагогы – 2024” тип Ҡырмыҫҡалы­ның 1-се балалар баҡсаһы тәр­биәсеһе Виктория Фәйзулли­на танылды. Уларҙың барыһы ла тиҙҙән республика буйынса район данын яҡлаясаҡ.

Сара һуңында район Мәҙәниәт һарайының соци­аль-мәҙәни эшмәкәрлеге менеджеры Ольга Исхаҡова район мәҙәниәт бүлеге началь­нигы Виктория Мөхәмәҙи­ева исеменән хеҙмәттәшлек күрһәткәндәре өсөн район мәғариф бүлегенә оло рәхмә­тен белдереп, бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы.

Еңеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ һәм республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһап, дан яуларҙарына ышана­быҙ.

 Айгөл Миңнулла ҡыҙы ХӘМЗИНА:

- Был конкурста шул тиклем ныҡ тулҡынланды­рғыс мәлдәр кисерҙем. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе сиктәрендә педагогтар һәм ойоштороусылар та­рафынан ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды. Был осорҙа үҙеңдең дәрестәреңде үткәреү, төрлө саралар ойо­штороу һәм класс етәксеһе булараҡ эшләү менән бергә төндәрен ултырып бәйгегә әҙерләнергә лә тура килде. Әлбиттә, конкурста үҙеңде генә күрһәтеп ҡалмай­һың, ә шулай уҡ бай тәжрибә туплау мөмкинлеге лә алаһың.

Еңеүсе булараҡ иңемә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәлде. Хәҙер миңә республика кимәлендә районды күрһәтергә тура киләсәк. Бының өсөн тағы ла нығыраҡ тырышырға кәрәк. Ғөмүмән, конкурстан шәхси һәм һөнәри үҫеш алдым. Тормош принцибым – үҙемдең йәшемә һәм ваҡыт юҡлығына ҡарамаҫтан һәр ваҡыт үҫешергә һәм камиллашырға. Ошоларҙың барыһы ла миңә этәргес көс бирә, стимул өҫтәй.

Минең һәр башланғысымда, уңыштарымда һәм, хатта, уңышһыҙлыҡта­рымда ла ғаиләм – өс улым һәм мәктәптә бергә эшләгән тормош иптәшем ярҙамға килә. Гелән уларҙың һөйөүен, терәк-таяныс булыуын тоям.

Гөлгөнә Фазылйән ҡыҙы КӘЛИМУЛ­ЛИНА:

- «Йыл уҡытыусыһы» конкурс ҡына тү­гел, ә тормоштоң бер ҙур этабы ла. Һәр уҡытыусы өсөн бик мөhим булған сарала ҡатнашыу — минең өсөн ҙур бүләк. М.Аҡ­мулла исемендәге БДПУ-ны тамамлап, 2008 йылдан алып башҡорт теленән уҡы­там, 2022 йылдан директор вазифаһын башҡарам. Был конкурс профессионализмға ихтыяж ҙур булыуын тағы бер ҡат күрһә­тергә мөмкинлек бирә. Минең алдымда үҙ эшемде күрһәтеү, башҡаларҙан өлгө алыу бурысы торҙо. Бәйгелә ҡыҙым Алана менән бергә сығыш яһаныҡ.

Бөгөнгө заман күп кенә тормош ҡиммәттәрен үҙгәртте. Быуындарҙан-бы­уынға күсә килгән әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен, ғаилә тәрбиәһен һанламау күренеш­тәре йышайҙы. Шуға күрә заман педагогының төп бурысы – баланың төрлө яҡлап үҫешенә шарттар булдырыу, ижади һәләтен үҫтереүгә юлдар асыу. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының бурысы икеләтә ҙур, сөнки донъяға гумани­стик ҡарашлы, милли үҙаңлы һәм илһөйәрлек тойғоһона эйә булған шәхес фор­малаштырыу иң беренсе әҙәбиәт, тел дәрестәрендә һәм шәхси өлгө аша бирелә.

Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр:

“Йөрәгемде балаларға бирәм” – Бэлла Хәсәнова, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;

“Күңел матурлығы һәм шәхси һөйкөмлөлөк”- Зәлифә Ахунова, Ҡабаҡ лицейының математика уҡытыусыһы;

“Йолаларҙы һаҡлаусы” – Рузилә Мөхәмәтйәнова, Һәүәләй балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе;

“Педагогик илһамланыу һәм артистизм” – Гүзәл Искәндәрова, Кон­стантиновка мәктәбенең физика уҡытыусыһы;

“Тамашасылар һөйөүе” – Бэлла Хәсәнова, Гүзәл Искәндәрова, Викто­рия Фәйзуллина, Рузилә Мөхәмәтйәнова, Зәлифә Ахунова.

 

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Педагогтар бәйгелә һынау тотто
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: