Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Октябрь 2023, 15:12

Тарих төпкөлөнә сәйәхәт

Район мәктәптәренең эҙәрмәндәренән, хәрби-патриотик клубтар ағзаларынан һәм юнар­меецтарҙан торған ун команда йәштәр бүлеге әҙерләгән “Мин – патриот” тип аталған район турнирында ҡатнашты. 

Тарих төпкөлөнә сәйәхәт
Тарих төпкөлөнә сәйәхәт

“Еңеү ирекмәндәре” йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса уҡыусылар һәм уҡытыусылар командалары ике төркөмгә бүленде. Был сара “Ҡаһар­манлыҡ өсөн” һәм “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдарының 85 йыллығына арналды.

- Тәүге тапҡыр уйында ҡатнашыусыларҙы ике төр­көмгә бүлдек. Улар өсөн төрлө һынауҙар әҙерләнек, - ти был турала район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйын­са баш белгесе Виктория Ис­тратова.

Был көндө уҡыусыларҙан торған командалар алты тур үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильмдар, ге­рой ҡалалар, хәрби йырҙар менән бәйле 35 һорауға яуап бирҙеләр. Уҡытыусылар ко­мандаһы иһә “Аҡыл. Интуи­ция. Тиҙлек. Команда” деви­зы аҫтындағы интеллектуаль һорауҙарға яуап эҙләне.

Ун команда араһынан Еф­ремкин мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен иң ныҡ эрудициялы һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын иң шәп белеүсе итеп танытты.

Икенсе урынды Яңы Ҡыйышҡы мәктәбе коман­даһы яулаһа, Подлуб мәктә­бе командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Әлеге ваҡытта көнүҙәк темаларҙың береһе булған һәм илһөйәрлек менән һуға­рылған сара барыһы өсөн дә фәһемле һәм әһәмиәтле булды.

Лия ТИМЕРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: