Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Февраль 2023, 09:50

Күңел ҡылдарын тирбәттеләр

Район Мәҙәниәт һарайында “Һүҙ ҡәҙере – китапта” тип аталған нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Күңел ҡылдарын тирбәттеләр
Күңел ҡылдарын тирбәттеләр

Район Мәҙәниәт һарайында “Һүҙ ҡәҙере – китапта” тип аталған нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Был конкурс йыл башында уҡ иғлан ителгәйне. Жюри ағзалары Сахай, Шайморатов, Иҫке Бәпес, Ҡырмыҫҡалы ауылдарында үткән төбәк этаптарында ҡатнашҡан йөҙәрләгән ҡатнашыусылар араһынан иң-иңдәрен һайлап алды.
Гала-концертта яңғыраған туған телгә, ғаилә ҡиммәттәренә, тормошто һөйөүгә һәм ил тыныслығы темаһына арналған шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр барлыҡ тамашасыларҙың күңел ҡылдарын тирбәтергә мәжбүр итте. Төрлө йәштәге сәхнә түрен яулаусылар тамашасыларға оло шиғриәт байрамы бүләк итте. Уларҙың һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле һәм бер-береһенә оҡшамаған ине. Беҙҙең ҡарашҡа, сығыш яһаусыларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ кеүек ине. Шуға күрә, жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлауы, ай-һай еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа, бәйге шарттары буйынса еңеүселәрҙе билдәләргә тура килде.
Бишауыл-Уңғар ауылынан Рим Исхаҡов һәм Николаевканан Рената Иванова – 3-сө дәрәжә дипломы, Иҫке Бәпестән Гөлнар Иҫәнгилдина – 2-се дәрәжә дипломы, ә Ҡарлымандан Илнур Хөсәйенов 1-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнделәр.
Ҡабаҡ ауылынан Факил Сәләхетдинов, Һыуыҡ Шишмәнән Савелий Матвеев, Сахай мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” театр коллективы – 3-сө дәрәжә лауреаты дипломына, Ҡырмыҫҡалынан Гөлсиә менән Илмир Бикҡужиндар һәм Боҙаяҙ ауыл мәҙәниәт йорто бәйгеселәре 2-се дәрәжә лауреаты дипломына эйә булды.
Иҫке Бәпес ауылынан Гөлнур һәм Эльнара Шаймарҙановалар һәм Зәлиә Ғаффарова 1-се дәрәжә лауреаты дипломын яуланылар.
- Был ижади бәйгелә ҡатнашыу күңелдә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Беҙ үҙебеҙҙең сығышыбыҙҙа бөгөнгө замана проблемаларының береһе булған туған телде һаҡлау темаһын күтәреп сыҡтыҡ һәм беҙҙең әйткән һүҙҙәр тамашасыларҙың күңеленә барып еткәндер тигән өмөттәбеҙ. Милли мәҙәниәтебеҙ рухы, шиғриәткә һөйөү менән һуғарылған кисә ныҡ оҡшаны. Һәр ҡатнашыусының сығышы үҙенсәлекле һәм матур булды. Уларҙың ғаилә ҡиммәттәре, илдең тыныслығы тураһындағы көнүҙәк темаларға арналған йөрәктәргә үтеп инерлек сығыштарына, актерлыҡ оҫталыҡтарына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Был конкурс районыбыҙҙа шундай һәләтле кешеләр булыуын тағы бер тапҡыр иҫбат итте. Ошондай күркәм сара ойоштороусыларҙың барыһына ҙур рәхмәт, - тигән тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльнара Шаймарҙанова.
- Мине был конкурсҡа саҡырғас та уҡ шатланып риза булдым, сөнки шиғырҙар уҡырға һәм һөйләргә яратам. Ә инде Илмир улым да шиғыр һөйләргә ризалашҡас, ҡыуанысым тағы ла артты. Бөгөнгө көндә бындай саралар бик кәрәк тип һанайым, сөнки шиғырҙар кешене уйланырға өйрәтә. Улар беҙҙең өсөн рухи аҙыҡ та, этәргес көс тә булып тора, тип уйлайым. Сарала балаларҙың күмәк ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Көнүҙәк булған тыныслыҡ темаһына бик матур сығыштар булды. Уларҙың етәкселәренә бик ҙур рәхмәт әйткем килә. Тик залда ултырған тамашасыларҙың аҙыраҡ булыуы ғына бер аҙ көйөндөрҙө, - тигән фекерҙәрен белдерҙе Гөлсиә Бикҡужина.
Нәфис һүҙ оҫталарының барыһына ла ошондай йәмле байрам бүләк иткәндәре өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ һәм уларға ижади уңыштар теләйбеҙ.

Күңел ҡылдарын тирбәттеләр
Күңел ҡылдарын тирбәттеләр
Автор:
Читайте нас: