Бишауыл-Уңғарҙың шәп егете!
Башҡорт иретеп-йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт производствоһы колледжында уҙғарылған тасуири шиғыр һөйләүселәрҙең “Тере һүҙ” республика конкурсында 52 һөнәри белем биреү ойошмаларының Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, Күмертау, Нефтекамск ҡалаларынан, Бүздәк, Благовещенский, Туймазы, Ишембай, Өфө, Мишкә, Мәләүез райондарынан килгән барлығы 83 уҡыусы ҡатнаша.
Башҡорт архитектура-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡып йөрөгән Бишауыл-Уңғар ауылынан Айтуған Хәйретдинов ошо мәртәбәле бәйгелә лайыҡлы 1-се урынды яулауға иреште. Был егет тураһында уҡытыусы Рим Исхаҡов:
- Бик уңған, эшһөйәр, ата-әсәһенә ныҡлы терәк. Ғөмүмән әйткәндә, шәп егет. Туғандарына, яҡындарына ихтирамлы, иғтибарлы. Уҡыуҙа ла тырыш, алдынғылар рәтендә. Уҡыу йортондағы барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Һәләтле егет ҡурайҙа ла уйнай, актерлыҡ сифаттары ла төҫмөрләнә үҙендә, бик төшөнөп, йөрәгенән үткәреп шиғырҙар һөйләргә ярата, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә.
Беҙ Айтуғандың үҙенең дә тәьҫораттарын, киләсәккә пландарын белештек.
- Әлеге көндә колледждың 2-се курсында белем алам. Бәйгелә үҙемдең туған телемдә - башҡорт телендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың "Башҡортостан - баш йортом" шиғырын һөйләнем. Илһөйәрлек темаһы менән һуғарылған һәм бөгөнгө көндә бик актуаль яңғыраған был шиғыр шунда уҡ күңелемә ятты. Шиғыр һөйләү оҫталығы миңә 3-сө кластан килә. Беренсе конкурсҡа ҡартатайым Рим Исхаҡов әҙерләгәйне. Ул саҡтар бөгөнгөләй хәтеремдә. Әлеге конкурс бик оҡшаны. Унда үҙемә яңы дуҫтар таптым, ҙур тәжрибә тупланым. Киләсәктә ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, һөнәрем буйынса эш башларға һәм артабан да шиғриәт менән дуҫ булырға уйлайым, - ти яҡташыбыҙ.
Айтуғанға киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булһын һәм барлыҡ изге уй-хыялдары тормошҡа ашһын!