Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Ноябрь 2022, 12:26

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Ғәлиә Биктимерова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!
Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Интернет селтәрендәге “Даирә” төркөмөндә "Руль артында – ҡатын-ҡыҙ" тигән фотоконкурс үткәргәйнек. Был матур конкурсҡа төркөмдәштәребеҙ дәррәү ҡушылды. Йәмғеһе 34 гүзәл-зат бәйгелә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусылар булыуы үтә ҡыуаныслы. Бөгөнгө көндә рул артындағы һәр икенсе кеше тиерлек ҡатын-ҡыҙ затынан. Уларҙы тимер атты йүгәнләргә төрлө сәбәптәр этәргән. Бөгөн һеҙҙе үҙебеҙҙең бәйгелә ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың бер нисәүһе менән таныштырып үтәбеҙ. Конкурсыбыҙ еңеүселәре, әлбиттә, бүләкһеҙ ҡалманы: иң күп тауыш йыйыусы ҙур яһалма сәскә, икенсе урынға сығыусы шампунь, душ өсөн крем-гель һәм ике бирсәткә-йыуғыстан торған йыйылма һәм өсөнсө урынды яулаусы машинаны ҡарҙан таҙартыусы ҡырғыс менән бүләкләнде. Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын, рулдәге гүзәл заттарыбыҙ!

Ғәлиә Биктимерова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:

- Машина йөрөтөүгә таныҡлыҡҡа уҡып сығып, тимер атты йүгәнләүемә 4 йыл да булып бара. Ә уға тиклем район үҙәгенән 3 километр алыҫта урынлашҡан урамдан эшкә йәйәү йөрөргә тура килә ине. Кескәй ҡыҙымды ҡышын санаға ултыртып, йәйен коляскала балалар баҡсаһына йөрөттөм, өлкәндәре мәктәпкә буранда ла, ямғырҙа ла йәйәү йөрөнөләр.
Өйрәнгән саҡта ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә, ултырып илағы килгән саҡтар ҙа күп булды инде. Хәҙер быларҙы йылмайып иҫкә алырға ғына ҡалды. Аллаға шөкөр, маҡсатыма ирештем, ошо ваҡыт эсендә бер нисә машина алмаштырырға өлгөрҙөм. Хәҙер тимер атһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Донъяла ҡатын-ҡыҙ булдырмаған бер эш тә юҡтыр, тип уйлайым. Улар йортон да һала, машинаға ла идара итә, үҙ эштәрен дә асалар. Иң мөһиме, теләк кенә булһын.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: