-4 °С
Болотло
Гүзәл ШӘРӘФЕТДИНОВА, Сахай ауылы:
- Мин бик күп транспорт йөрөтөп ҡараным. Йәй көндәре мотоциклда йөрөүе бигерәк оҡшай. “С ветерком”, русса әйткәндә. Бесән ваҡытында йөк машинаһы йөрөтөргә лә тура килә. Еңел автомобиль йөрөтөү буйынса стажым 9 йыл. Бала тыуғас, даими рәүештә район үҙәгенә дауаханаға йөрөргә кәрәк булғас, күп тә уйлап тормай рульгә ултырырға тура килде. Машина йөрөтөргә күптән теләк бар ине. Әлеге көндә КамАЗ машинаһын йөрөтөп ҡарарға тигән хыял менән йәшәйем.