Гөлгөнә ХӘКИМОВА, Һәүәләй ауылы:
- Кескәй ваҡыттан техниканы яратам. Бала саҡта гел генә атайымдың тубығына ултырып, рулде борғослап йөрөй торғайным. Үҫә төшкәс, атайым мине машина йөрөтөргә өйрәтә башланы. Педагогия колледжын тамамлағас, Ҡырмыҫҡалыла водитель һөнәрен дә үҙләштерергә булдым. Машина йөрөтөргә өйрәткән инструкторымды – Фаяз Рәсим улын да һаман хәтерләйем. Әрләмәй, ҡысҡырмай, матур итеп кенә өйрәткәне өсөн рәхмәтлемен уға. Шул ваҡыттан бирле руль артындамын. Әлеге ваҡытта балаларымды балалар баҡсаһына, мәктәпкә алып барып ҡуям да, таксист булып эшләп тә алам, хатта. Миңә ышанған үҙемдең даими клиенттарым да бар.