Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Ноябрь 2022, 11:22

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Айһылыу НИҒМӘТУЛЛИНА, Ҡырмыҫҡалы ауылы, 2-се урын:

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!
Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Айһылыу НИҒМӘТУЛЛИНА, Ҡырмыҫҡалы ауылы, 2-се урын:

- 18 йәшемдә рулгә ултырҙым. Әле машинала йөрөү стажым ике генә йыл. Ҡалала йөрөп өйрәнәм тип водителгә Өфөлә уҡыным. Машинала йөрөүе рәхәт бит, миңә ныҡ оҡшай. Ҡайҙа барырға кәрәк, машинаңа ултыраһың да сығаһың да китәһең. Үҙ көсөм менән эшләп машина һатып алдым.

“Бөтә яҡтан да уңған ҡыҙ. Шундай тәмле итеп бешеренә, һоҡланғыс итеп төрлө әйберҙәр бәйләй. Ниндәй эшкә тотонһа ла, бынамын итеп башҡарып ҡуя. Ситтән тороп юриспруденция буйынса белем алып йөрөгән, матур,тыйнаҡ ҡыҙыбыҙ, быйыл фудфлорист һөнәрен үҙләштереп, сертификат алды. Хәҙер үҙенсәлекле, күҙҙең яуын алырлыҡ букеттар эшләй! Күҙ теймәһен үҙенә!”, - тип яҙҙылар беҙгә Айһылыуҙы яҡындан белеүселәр.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: