Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Ноябрь 2022, 11:16

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Гүзәл СЫҢҒЫҘОВА, Мөкәй ауылы, 1-се урын:

Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!
Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын!

Интернет селтәрендәге “Даирә” төркөмөндә "Руль артында – ҡатын-ҡыҙ" тигән фотоконкурс үткәргәйнек. Был матур конкурсҡа төркөмдәштәребеҙ дәррәү ҡушылды. Йәмғеһе 34 гүзәл-зат бәйгелә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусылар булыуы үтә ҡыуаныслы. Бөгөнгө көндә рул артындағы һәр икенсе кеше тиерлек ҡатын-ҡыҙ затынан. Уларҙы тимер атты йүгәнләргә төрлө сәбәптәр этәргән. Бөгөн һеҙҙе үҙебеҙҙең бәйгелә ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың бер нисәүһе менән таныштырып үтәбеҙ. Конкурсыбыҙ еңеүселәре, әлбиттә, бүләкһеҙ ҡалманы: иң күп тауыш йыйыусы ҙур яһалма сәскә, икенсе урынға сығыусы шампунь, душ өсөн крем-гель һәм ике бирсәткә-йыуғыстан торған йыйылма һәм өсөнсө урынды яулаусы машинаны ҡарҙан таҙартыусы ҡырғыс менән бүләкләнде. Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын, рулдәге гүзәл заттарыбыҙ!

Гүзәл СЫҢҒЫҘОВА, Мөкәй ауылы, 1-се урын:

- 2011 йылдан бирле руль артындамын. Машинала йөрөү стажым 10 йыл булып китте. Беҙгә, ауыл ерендә йәшәгәндәргә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр менән йыш ҡына район үҙәгенә йөрөргә тура килә. Шуға күрә машинаһыҙ һис тә булмай. Шулай уҡ  балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтәбеҙ. Бындай осраҡта үҙемдең машина йөрөтөүем бик уңайлы. Хәзерге заманда күп ҡатын-ҡыҙҙар шундай фекерҙәлер, тип уйлайым. Машинала елдереү миңә бик оҡшай. Ошо бәләкәй генә конкурста еңеп сығыуым тыуған көнөмә ҙур бүләк булды. Шундай матур конкурстар үткәреп, йәмле бүләктәре менән күңелде күтәргәндәре өсөн "Даирә" гәзите редакцияһына ихлас рәхмәтемде еткерәм.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: