Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Ғинуар 2022, 19:11

“Иң яҡшы йыл ҡаласығы” билдәле булды

Яңы йыл алдынан районда ““Иң яҡшы йыл ҡаласығы”” конкурсын уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Быйыл да ауыл биләмәләре был сараға сәмләнеп әҙерләнде.

“Иң яҡшы йыл ҡаласығы” билдәле булды
“Иң яҡшы йыл ҡаласығы” билдәле булды
Яңы йыл алдынан районда ““Иң яҡшы йыл ҡаласығы”” конкурсын уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Быйыл да ауыл биләмәләре был сараға сәмләнеп әҙерләнде.
Махсус комиссия ауылдарға сығып, яңы йыл ҡаласыҡтарының биҙәлешен ҡарап, иң-иңдәрҙе билдәләне. Райондың 16 ауыл биләмәһе иң яҡшы ҡаласыҡ исеме өсөн көрәште. Ләкин был мәсьәләгә барыһы ла етди ҡарамаған һәм халыҡ өсөн ысынлап та, әкиәт ҡаласығын булдыра алмағандар ине. Шулай ҙа ойоштороу комитеты ағзалары ауыл хакимиәте башлыҡтарының юҡты бар итеп, буш урында нимәлер төҙөргә, биҙәргә тырышыуҙарын аңлап баһаларға тырышты. Әлбиттә, был эштәрҙе атҡарып сығыу ошо биләмәлә йәшәүсе халыҡ, предприятиелар, ойошмалар ярҙамынан башҡа килеп сыҡмаҫ ине.
Шулай итеп, Иҫке Бәпес ауылының яңы йыл ҡаласығы быйыл да өсөнсө урынды бирмәне. Бында бик матур итеп биҙәлгән шыршы төрлө төҫтәр менән балҡып ултыра , әкиәти һындар, һырғалаҡтар, барыһы ла бар.
Икенсе урынды был юлы Һәүәләй ауылы биләмәһе алды. Бында күмәк көс һәм тырышлыҡтар менән боҙ һындарҙан бик бай ҡаласыҡ булдырылған.
Ҡабаҡ ауылының боҙ ҡаласығы еңеүсе булып сыҡты. Урындағы хакимиәт ҡаршыһында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары, боҙҙан эшләнгән тәхет, балалар өсөн ҙур һырғалаҡ яһап ҡуйылған.
Ә инде 7 боҙ ҡаласыҡ төҙөлгән Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе Гран-приға лайыҡ булды. Нәҡ район үҙәге ҡаласығы республика конкурсында беҙҙең район данын яҡлаясаҡ.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: