Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Ноябрь 2021, 11:17

Альбина Шәйхелисламова «Евразия королеваһы-2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында еңеүсе булды

Яҡташыбыҙ Төркилә уҙған матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы.

Альбина Шәйхелисламова «Евразия королеваһы-2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында еңеүсе булды
Альбина Шәйхелисламова «Евразия королеваһы-2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында еңеүсе булды

6 ноябрҙә Төркиәлә «Евразия королеваһы-2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы тамамланды. Башҡортостандан унда «Мисс Башҡортостан - 2020» республика матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе Альбина Шәйхелисламова ҡатнашты. Альбина Гран-при һәм «Евразия королеваһы-2021» (The Queen of Eurasia - 2021) исемен яуланы.

Ҡыҙға 22 йәш, ул Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөй, ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй.

Проектта 28 илдән һәм Евразия төбәктәренән ҡыҙҙар ҡатнашты. Конкурста фотоға, видеоға төшөрөү, экскурсиялар, «Мисс талант», «Мисс бикини» һәм «Иң яҡшы модель» кеүек этаптар ойошторолдо.

Конкурс барышында «Тамашасылар һөйөүе» исеме өсөн тауыш биреү ҙә уҙғарылды. Яҡташтарыбыҙҙың әүҙем тауыш биреүе һөҙөмтәһендә Альбина ошо номинацияла ла еңеүсе тип иғлан ителде.    

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: