Сираттағы бәйгеселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар ине. Проекттың авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүгә Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссеры Руслан Абдуллин лайыҡ булды. Өсөнсө урын ике конкурсантҡа бирелде. Улар - мәғариф ветерандары, икеһе лә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Гөлфирә Әхмәтшина (Благовар районы) һәм Хәлисә Багаева (Федоровка районы). Икенсе урынды Стәрлебаш районынан Гөлдәр Хәйбуллина яуланы. Беренселә иһә - Өфө ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк юрисы Инсаф Йәмилев!
Фото: "Йөрәк һүҙе" төркөмө.