Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Март 2021, 15:37

Хәтирәләр

Иҫләйһегеҙме бала саҡтыңКүңелле миҙгелдәрен?Оноторлоҡ түгел бит улҮткәндең ул мәлдәрен.Әсәй тора иртән иртүк,Йоҡоһоҙ ул, тынғыһыҙ.

Йорт-ҡурала эш бөтөрә
Ғауғаһыҙ, тауыш-тынһыҙ.
Һыйыр һауып, көтөү ҡыуған,
Ашатҡан ҡош-ҡорттарын.
Һөйөп әҙерләп өлгөрткән
Хуш еҫле ризыҡтарын.
Өҫтәлдә ялтыр самауыр
Боҫрап ултыра ҡайнап.
Мейес алдында әсәйем
Ҡоймаҡтар тора майлап.
Сабыр ғына өлкәндәрҙе
Тәүҙә килеп уята.
Һәммәбеҙгә бүлә наҙын,
Саф күңелдән ярата.
-Тороғоҙ, ти, бәләкәстәр! -
Инде торорға кәрәк.
Үҙе мейестән сығара
Ҡабарып бешкән икмәк.
Йыуынабыҙ, сәс үрәбеҙ,
Урындарҙы йыябыҙ.
Өҫтәл тирәләй ултырып,
Иртәнге аш ашайбыҙ.
Баҡса утау, йорт эштәрен
Башҡарабыҙ бүлешеп.
Эш бөткәс көтөү төшкәнсе,.
Уйнайбыҙ гөр килешеп.
Шундай йылы хәтирәләр
Һаҡланалар күңелдә.
Бала, ейән һөйөп хәтһеҙ
Йәшәргә яҙһын беҙгә.
Ғәлимә Тимерғазина.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.
Фото Т.Роза
Читайте нас: