Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Февраль 2021, 12:20

Атайым менән ғорурланам

Оҫта һунарсы, балыҡсы, төҙөүсе, уҡытыусы... Уның бер генә лә буш ваҡыты булмай. Атайым быйыл ғына олатайымдың һөнәрен яңыртып, аттар үрсетеүгә тотоноп китте. Был һөнәрҙәргә беҙҙе лә өйрәтә. Беҙ, улдары, үҙ сиратыбыҙҙа, ярҙам итергә ашығып торабыҙ. Атайым – минең кәңәшсем, ярҙамсым, кәрәк саҡта серҙәшем дә.

Мин бәхетле бала, сөнки ике ҡанатым - әсәйем һәм атайым бар. Ҡәҙерлеләремдең татыу ғаилә ҡороуҙарына шатланам. Ә бөгөн һеҙҙе шул ҡанаттарымдың береһе булған атайым менән таныштырғым килә.
Ул – Ғайса Йосоп улы Ғәйфуллин, олатайым менән өләсәйемдең кинйәкәй улдары. Ҡәҙерлем 1976 йылда Малай ауылында донъяға килә. Атайым мәктәпте тамамлағандан һуң, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ булыр, тип, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы төҙөлөш техникумында белем ала. Бында ул водитель һәм тракторсы, крансы, бульдозерсы һөнәрҙәрен дә үҙләштерә. 1994 йылда армия сафына алына. Хеҙмәтен Иркутск өлкәһе Зеленый микро­районында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә башлап ебәрә. Шунда хәрби хеҙмәт оҫталығына өйрәнә, ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, Тыуған илен һаҡларға ант бирә. Әрме йылдарында атайым бик күп дуҫтар таба. Уларҙы әле лә йыш иҫкә ала, фотоларын бергәләп ҡарайбыҙ. Һалдат хеҙмәтен үтәгәндә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, ата-әсәһенә командирынан Рәхмәт хаттары килеп тора.
Хеҙмәтен тултырып, һөнәрен алып, әсәйемде кәләш итеп алғас, атайым тыуған нигеҙендә, атай йортонда төпләнергә ҡарар итә. Малай мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Үҙе М.Аҡмулла исемендәге уҡытыусылар әҙерләй торған универ­ситетҡа уҡырға инә һәм география уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Белем алыу бер ваҡытта ла һуң түгел тип, Башҡорт дәүләт аграр уни­верситетын һәм Президент ҡаршыһындағы академияны ла тамамлай. Артабан директор итеп ҡуйыла. Шунан бер нисә йыл Ҡамышлы ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Хәҙер инде оҙаҡ йылдар Малай ауылы мәктәбенең директоры булып эшләй. Ул ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, хеҙмәтенән йәм таба, коллективта ихтирам ҡаҙана.
Минең атайым – киң күңелле, асыҡ йөҙлө, шаян кеше. Туғандарына һәм барлыҡ кешеләргә лә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора. Тәбиғәт уға барыһын да ҡыҙғанмай биргән: аҡылды ла, һәләтте лә. Ул төҙөгән күркәм йортобоҙ уның үҙенә лә һәйкәл һымаҡ. Улар атайымдың уңған­лығын, булдыҡлылығын күрһәтеп тора.
Шәжәрәбеҙ ҙә көслө беҙҙең. Олата­йымдың олатаһы Солтан олатайым оҫта һунарсы, балыҡсы, умартасы булған. Аслыҡ йылдарында ҙур ғаиләһен ошо һөнәрҙәре ярҙамында һаҡлап ҡалған. Ә Йосоп олатайым ғүмерен колхоз аттарын ҡарауға, тәрбиәләүгә бағышлаған. Ана шул һөнәрҙәрҙең барыһы ла атайымда хәҙер. Оҫта һунарсы, балыҡсы, төҙөүсе, уҡытыусы... Уның бер генә лә буш ваҡыты булмай. Атайым быйыл ғына олатайымдың һөнәрен яңыртып, аттар үрсетеүгә тотоноп китте. Был һөнәрҙәргә беҙҙе лә өйрәтә. Беҙ, улдары, үҙ сиратыбыҙҙа, ярҙам итергә ашығып торабыҙ. Атайым – минең кәңәшсем, ярҙамсым, кәрәк саҡта серҙәшем дә.
Ватанды һаҡлау – ир-аттарыбыҙҙың быуындарҙан-быуындарға күскән изге бурысы. Беҙҙең ғаилә шәжәрәһенә күҙ һалһаҡ, һәр быуындағы олатайҙарым, бабайҙарым, олатайым да, атайым да Тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәгәндәр, ил саҡырһа, ҡулдарына ҡорал тотоп, Ватан һағына баҫҡандар, Тыуған ил өсөн, тип һуғышҡа ингәндәр. Ватан алдындағы изге бурысты һәр быуын батырҙарса үтәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында өсөнсө быуын олатайым – Вилдан Аҡъегетов ҡатнаша, олатайымдың атаһы, алтынсы быуын олатайым Мостафа Солтан улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград өсөн алышта һәләк була. Ә уның өлкән улы Муса бабайыма илбаҫар дошманды дөмөктөрөп, иҫән-имен тыуған яғына ҡайтырға насип була. Йосоп олатайым Польшала хеҙмәт иткән.
Мин үҙемдең туғандарым – Ватан һаҡлаусыларым менән ғорурланам.
Әйткәндәй, шәжәрәмдә мин - туғы­ҙынсы быуын. Шуға иғтибар иттем: ата-бабаларым араһында пәйғәмбәр исемдәре күп. Улар - Ибраһим, Йосоп, Ғайса, Ильяс.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән бит халыҡ мәҡәле лә. Шуға атайыма, олата­йы­ма, ата-бабаларыма оҡшарға тырышам. Мин дә улар үҫтергән ғорур ҙа, ҡеүәтле лә шәжәрә ағасыбыҙҙан көс, дәрт, илһам алып йәшәйем. Уларҙың өлгөһө ауыр­лыҡтар алдында баш эймәҫкә әйҙәп тора.
Ильяс Ғәйфуллин,
Малай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: