Ул урындағы мәктәптә белем алғандан һуң, Мурманск өлкәһендә ете йыл буйы һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеп, Ватаныбыҙ алдындағы хәрби бурысын үтәй. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотона. “Тимер ат”ҡа атланып, ал-ял белмәй колхоз баҫыуҙарын иңләй, сөгөлдөр, иген сәсеп үҫтереү эштәрендә тырышып хеҙмәт итә минең ҡәҙерлем. Башҡорт халҡында, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл бар. Был тап атайым тураһында әйтелгән кеүек, сөнки уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йәш кенә көйөнсә бынамын тигән матур ҙур йорт һала. Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән, һылыу, юғары белемле уҡытыусы - әсәйем менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәт емештәре булып мин донъяға килгәнмен. Хәҙерге ауыр заманда, ауыл ерендә эш булмаған саҡта ла ул аптырап торманы - көн дә Өфө ҡалаһына йөрөп эшләй.
Үҙемде белә-белгәндән алып мин атайымдың бер ҙә тик ултырғанын күргәнем юҡ. Ул һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнә. Ниндәй эшкә генә тотонһа ла, эште еренә еткереп башҡарып ҡуя. Уның ҡулдары бик оҫта. Көнө буйы эшләп, арып ҡайтыуына ҡарамай, атайым гел генә йорт тирәһендә булыша. Ауыл ерендә малһыҙ көн итеп булмай. Шуға күрә аҙбарыбыҙ мал-тыуар менән тулы. Атайым уларҙы ла ҡайғырта. Күптән түгел яңы, ҙур, йылы аҙбар төҙөп ҡуйҙы. Ошо ауылда көн иткән оло йәштәге нәнәйем менән ҡартатайыма ла ярҙам итергә өлгөрә ул. Ә буш ваҡыттарында балыҡ тоторға ярата. Мин дә атайымдан бик күп эштәргә өйрәндем. Ҡулымдан килгәнсе һәр ваҡыт уға ярҙам итергә тырышам.
Мин атайым менән бик ғорурланам һәм уны алдан уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Нәзилә Намаҙғолова,
Түбәнге Төкөн мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.