Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Ғинуар 2021, 16:11

Шәжәрә төҙөү буйынса конкурс иғлан ителә

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы һәм Архив эштәре буйынса идаралыҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған «Архив документтарында ғаиләм тарихы» темаһы буйынса IV асыҡ республика генеалогия конкурсы иғлан итте.

Конкурс 2021 йылдың 25 ғинуарынан 1 апреленә тиклем дауам итә һәм киләһе йәш категориялары буйынса уҙғарыла: — белем биреү ойошмаларының 8-11 класс уҡыусылары һәм колледж студенттары;
— 30 йәшкә тиклемге юғары уҡыу йорттары студенттары һәм йәштәр. Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә:
1. «Халыҡ иҫәбен алыу документтарында тыуған төйәк тарихы».
2. «Ғаилә архивы: шәжәрәмә асҡыс».
3. «Минең яҡташым — билдәле шәхес».
Ғилми-тикшеренеү эштәре 2021 йылдың 10 мартына тиклем ҡабул ителә. Ғаризалар ҡабул итеү өсөн электрон адрес: [email protected] Конкурстың положениеһы менән
һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин. Шәжәрәне өйрәнеү аша беҙ тыуған яғыбыҙ, республикабыҙ һәм ил тарихын яҙабыҙ. Конкурста ҡатнашығыҙ һәм яңы ҡыҙыҡлы факттар менән танышырһығыҙ!
Читайте нас: