Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Апрель 2020, 13:44

Әйҙәгеҙ, бәйгегә, гармунсылар һәм баянсылар!

“Хәйерле иртә, Республика!” телетапшырыуы хеҙмәткәрҙәре ойошторған гармунсылар һәм баянсылар араһындағы бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа.

Үткән өс көндә генә 200-ҙән ашыу кеше ошо сарала ҡатнашыу теләген белдергән. Әйткәндәй, һәммәбеҙгә билдәле сәбәптәр арҡаһында эфирҙы бер генә алып барыусы үткәрә. Тик был юлы тапшырыу Алһыу Суфиянова өсөн бер ҙә күңелһеҙ үтмәне. Яҙма һәм виртуаль ғына булһа ла, республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән гармунсылар һәм баянсылар студия ҡунағы булып "саҡырылды".
Был яңы конкурс музыкаль йәһәттән һәләтле тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бер эфир мәлендә генә иллегә яҡын ғариза килгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашырға теләүселәр бар.
Был идеяның авторы радиотыңлаусыларға Фәтих исеме аҫтында таныш. Ул үҙе баянһыҙ бер ҡайҙа ла йөрөмәй: был уйын ҡоралы һәр саҡ янында. Хәҙер Фәтих роликтарҙы ҡараясаҡ һәм ҡыҙыҡлы тип табылғандарын эфирға тәҡдим итәсәк.
Был конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙеңдең яратҡан әҫәреңде башҡарып, видеоролик төшөрөргә һәм 8 (927) 304-50-05 номеры буйынса WhatsAppҡа ебәрергә кәрәк.
Музыкаль ярыш 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Иң мөһиме – ҡатнашыу, әммә бүләктәр ҙә буласаҡ. Әйҙәгеҙ, бәйгегә, гармунсылар, баянсылар!
Фото: SkyBeat.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: