Линейка башланғанға тиклем үк ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең тулҡынланғанын күрергә, берәмләп ултырабыҙмы икән, һорауҙар ауыр булырмы, ниңә килергә ризалаштым икән, тигән шыбырлауҙарын ишетергә лә тура килде. Улар ысынлап та, артабанғы киләсәктәре был һынау һөҙөмтәләренә бәйле булғандай, борсолдо.
Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү пункты етәксеһе Наталья Буйлова линейканы асып: - Бөгөн беҙ тарих фәненән имтихан яҙабыҙ. Имтихан тапшырыу пунктына паспорт, ручка менән, бер әйберһеҙ, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтеп инәһегеҙ. Мобиль телефондар, шпаргалкалар ҡулланырға ярамай. Аудиториянан һәр сығыу махсус теркәү ҡағыҙында яҙыласаҡ. Тик ваҡыт яғы ғына сикле, 30 минут. Уйын аҙағында һөҙөмтәләрҙе бирелгән ҡағыҙҙар буйынса үҙегеҙ тикшереп, билдә ҡуя алаһығыҙ,- тип йыйылыусыларға аңлатып китте.
Һуңынан барыһы ла беренсе ҡаттағы вахта эргәһендә металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтеп, аудиторияларға таралдылар. Нәҡ ысын имтихандағыса ата-әсәләрҙең күҙ алдында компьютер һәм принтерҙан торған бланкылар сығарыу станцияһы пароль ярҙамында активлаштырылды, штабтан тест заданиелары яҙылған диск килтерелде, улар ҡағыҙға сығарылып, таратып бирелде. Ойоштороусылар ярҙамы менән теркәлеү, яуаптар яҙыу бланкылары тултырылғас ҡына, имтиханға бүленгән ваҡыт иҫәбе башланды. БДИ-ны тәүге тапҡыр тапшырып ҡараған ата-әсәләр өсөн былар, бик ҡатмарлы тойолдо, әлбиттә. Атай-әсәйҙәргә тарих фәне буйынса хәтер яңыртырға тура килде.
Оҙаҡламай балалар ҙа етди һынау алдына баҫасаҡ. Шуға күрә бөгөн атай-әсәйҙәрҙең ниндәй билдә алыуы мөһим түгел, ә БДИ үткәреү тәртибенең ул тиклем үк ҡурҡыныс түгеллеген аңлатыу. Сөнки нәҡ атай-әсәйҙәр балаларын тынысландыра, ҡанатландыра, дөрөҫ йүнәлеш бирә ала.
- Мин мәктәпте тамамлағанда, имтихандар тапшырыу тәртибе бөтөнләй икенсе ине. Башта тик тулҡынланғайным, һуңынан ойоштороусылар Берҙәм дәүдәт имтиханын тапшырыу хаҡында ентекләп аңлатып биргәс тынысландым. Кластарҙа видеокамералар ҡуйылған булһа ла, ыбл хаҡта уйламайһың да, ҡурҡыныс түгел икән, - тип уртаҡлашты Ҡамышлы ауылынан Эльвира Ғимранова.
Был уйын ғына булды, әлбиттә. Ләкин, акцияла ҡатнашҡандан һуң күп атай-әсәйҙәр быға тиклем БДИ-ға ҡаршы булған ҡараштарын үҙгәртерҙәр һәм балаларына етди һынау ваҡытында терәк булырҙар, моғайын. Барыһына ла һынауҙарҙы уңышлы үтергә яҙһын.
Миләүшә Низамова, Ҡырмыҫҡалы ауылы: - Беҙ Ҡырмыҫҡалыға күптән түгел Толбазы ауылынан күсеп килдек. Ҡыҙыбыҙ Аделина гимназия уҡыусыһы, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Уның имтихандарҙы яҡшы балдарға тапшырып, теләгән уҡыу йортона инеүен теләйбеҙ. Бөгөн мәктәпкә килеүемдең маҡсаты – ҡыҙымда тынысландырыу, уға рухи яҡтан ярҙам итеү.
Имтихан тапшырып ҡарау бер ҙә ауыр булманы. Тәьҫораттар иҫ киткес, бик ҡыҙыҡлы, тыныс булды. Мәктәпте шул тиклем һағындырған икән.